Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
18 Декабрь 2017, 10:25

Ата-әсәләрҙе һайламайҙар

Stb йәштәр театры 2010 йылда булдырыла. Унда 14 йәштән һәм өлкәнерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр шөғөлләнә. Уның етәксеһе - район Мәҙәниәт йорто режиссеры Әлмира Ибраһимова талантлы балалар һәм үҫмерҙәрҙе йыйып, тотороҡло ижади коллектив туплай. Театр артистары - республика конкурстары һәм фестивалдәренең даими дипломанттары. Күптән түгел XII республика театр фестивалендә йәш яҙыусы, журналист, Ш.Бабич исемендәге лауреат Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» автобиографик әҫәре мотивтары буйынса ҡуйылған «Ата-әсәләрҙе һайламайҙар» спектакле I дәрәжә лауреат Дипломына лайыҡ булды.

Ошо уҡ спектаклде йәштәр театры ай башында район Мәҙәниәт йортонда күрһәтте. Өҫтәүенә, ике тапҡыр - көндөҙ әҫәр авторы менән осрашыу булды (өҫтәге һүрәттә), ул артистарҙың сығышын һәм Ә.Ибраһимованың режиссерлыҡ эшен юғары баһаланы, ә кисен ҡыҙҙар һәм егеттәр тамашасылар алдында сығыш яһаны. Спектаклдең төп геройҙары - етем балалар, иңдәренә ауыр һынау төшөп, улар балалар йортонда тәрбиәләнә. Улар араһында ата-әсәһе вафатынан һуң бында килеп эләккән Ильяс та бар. Тыныс холоҡло, әммә көслө рухлы егет балалар йортонда яҙылмаған закондарҙы, учреждение хеҙмәткәрҙәренең, шулай уҡ тәрбиәләнеүселәрҙең мәрхәмәтһеҙлеген күреп үҫә. Үҙенең хыялдары һәм пландары менән уртаҡлашҡан берҙән-бер кеше - үкһеҙ етем дуҫы Фәрит була. Ошонда уҡ ул етем Йәмиләгә беренсе мөхәббәт хистәре кисерә... Ильяс һәм Фәриттең ролдәрен тәьҫирләндергес итеп уйнағандары өсөн Әлмир Фәйзуллин һәм Богдан Ғәлиев юғарыла атап үтелгән фестиваль Дипломдары менән бүләкләнде. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр ролдәрен шулай уҡ Адель Рысаев, Данислам Зөбәйеров, Алина Вәлитова, Линария Мөхәмәтйәнова, Рөстәм Ғәзизуллин, Александр Улядаров оҫта башҡарҙы. Балалар йортоноң уҫал директоры ролен Гөлйөҙөм Сәйепова, тәрбиәсене - Зинфира Әйүпова, тикшереүсене - Илдар Баһауетдинов уйнаны. Спектаклде ҡарағанда ул күңелгә шул тиклем үтеп инә, хатта күҙгә йәш тығыла. Сөнки күптәребеҙ балалар йортонда тормоштоң ниндәй булыуын күҙ алдына ла килтермәй, унда ата-әсәләре иҫән булып та 80 проценттан күберәк бала эләгә. Спектакль күп нимә тураһында, мәҫәлән, балалар йортонда үҫкәндәргә ҡарағанда беҙ ниндәй бәхетле булыуыбыҙ тураһында уйланырға мәжбүр итә. Донъяла иң ҡәҙерлеһе - әсәйебеҙҙең йомшаҡ ҡулдары һәм атайыбыҙҙың ҙур терәк-таяныс булыуын аңларға ярҙам итә. Ата-әсә наҙын һәм һөйөүен бер кем дә, бер нимә лә алмаштыра алмай. Ошо минуттарҙа күпме етем бала йылы йорт усағы тураһында хылланыуы тураһында уйланығыҙ. Ә беҙ һаман да тормошҡа зарланабыҙ... *** Уҙған аҙна аҙағында район үҙәгенең 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры Р.Әбүләев үтенесе буйынса спектакль әлеге мәктәптең 5-11 класс уҡыусылары өсөн күрһәтелде. Спектаклде тамашасылар бер тында ҡараны, залдан уҡыусылар тәьҫирләнеп һәм актерҙарҙың оҫта уйнауына хайран ҡалып сыҡты. Әйткәндәй, балалар менән килгән һәм быға тиклем Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектакль ҡараған уҡытыусылар ҙа Стәрлебаш ҡыҙҙары һәм егеттәренең ролдәрен билдәле артистарҙан кәм уйнамауын билдәләне.

Башҡа фотолар гәзиттең http://rbsmi.ru/sterlibashevskierodniki-b/ сайтында.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.





Читайте нас: