

... Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының инглиз-немец теле бүлегенә уҡырға инә. Уҡытыусыһы Ғәлиева Зөләйха Мирғәсим ҡыҙы сит телдәргә һөйөү тәрбиәләй, ул күптәр өсөн зауыҡлыҡ һәм матурлыҡ өлгөһө була. Әммә ул йылдарҙа, әйткәндәй, әле лә сит телдәр бүлегенә уҡырға инеү мөғжизә кеүек тойола. Уҡырға инеүҙең юғары талаптары абитуриенттарҙың күбеһен ҡурҡыта. Әммә тырыш унынсы класс уҡыусыһына, ул ваҡытта 2-се мәктәптең директор урынбаҫары булып эшләгән талантлы педагог Сәйфетдинова Роза Анисимовна ярҙамында уңыш йылмая.
Роза Анисимовна кабинетына ҡыҙҙы саҡырып: «Мин һинең уҡытыусы булырға хыялланыуыңды һәм филология факультетына уҡырға инергә йыйыныуыңды беләм. Һәм тағы ла һиңә инглиз теле дәрестәре оҡшауын күрҙем. Шулай булғас, мин һиңә сит телдәр факультетына йүнәлтмә буйынса уҡырға инергә тәҡдим итәм», - тип әйтә. Әлфирә тулҡынланып: «Өфөлә бер яҡын кешем дә юҡ!», - ти. Роза Анисимовна йылмая һәм: «Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һин хәҙер үк яуап бирергә тейешһең», - ти. «Әлбиттә, эйе!», - тип әйтә ҡыҙ һәм кабинетынан сыға. Ул шул тиклем шатлана, әйтерһең дә, Роза Анисимовна уға бәхет ҡошо ҡаурыйы бүләк итә. Ата-әсәһе уға 100 һум аҡса бирә. Был аҡсаға ул бер ай буйына әҙерлек курстарында йәшәй, имтихан тапшыра, шулай уҡ туғандарына күстәнәскә лә ҡала.
Институттан һуң йәш уҡытыусы Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбендә эшләй башлай, өлкән уҡытыусыларҙан тәжрибә туплай. Ул инглиз һәм немец телдәре дәрестәре алып бара. Барыһы ла яҡшы була, эш оҡшай, коллективҡа өйрәнә. Әммә күңеле тыныс булмай: тыуған ауылында уны мөхәббәте көтә. Александр Ермилов менән улар ҡыҙҙың практикаһы ваҡытында таныша. Ул ваҡытта 107-се Стәрлебаш һөнәрселек-техник училищеһында өлкән преподаватель булып эшләй. Һуңынан асыҡланыуынса, егет Белорет районынан беҙҙең районға осраҡлы ғына килә. Институттан һуң Стәрлетамаҡ районының иген совхозында практика үткәс, унда эшкә ҡалырға теләй. Әммә эшкә йүнәлтмә исемлегендә был районда урын ҡалмай.Шулай ҙа Стәрлетамаҡ районы эргәһендә урынлашҡан Стәрлебаш районында эш табыла. Яҙмыш ҡушыуымы: ул беҙҙең районды һайлай. Александрға бында барыһы ла оҡшай: эш тә, кешеләр ҙә. Ул бынан китергә уйламай ҙа. Мыҡты кәүҙәле, һөйкөмлө егет һөнәрселек-техник училищеһында курсанттарға әхирәте менән бергә инглиз теленән уҡытырға килгән һылыу, алсаҡ ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙҙар мәктәптә практика үтә, әммә уларға практика ваҡытында училищела эш тәҡдим итәләр. Әлфираға ла Александр оҡшай. Тәрбиәле булыуы, кешеләргә хөрмәт менән ҡарауы, изге күңеле ҡыҙҙы әсир итә. Уларҙың дуҫлығы оло мөхәббәткә әүерелә. 1984 йылда йәштәр матур туй үткәрә. Ермиловтың ике хужаға иҫәпләнгән фатирҙа бүлмәһе була. Ул тәҙрә төбөндә бүлмә гөлдәре үҫтерә. Ни өсөндөр улар егет өйләнгәнгә тиклем сәскә атмай, ә туйҙан һуң тәҙрә төбө сәскәгә күмелә. Александр Иванович тормош иптәшенә: «Тормошомда һин барлыҡҡа килеү менән гөлдәр ҙә сәскә атты, минең алиһәм (һөйөклө тормош иптәшенә ул шулай өндәшә)», - ти.
- Мин ул ваҡытта декабрист ҡатыны кеүек булдым. Тормош иптәшемде партия ҡайҙа йүнәлтә, мин дә шунда, - тип көлә Әлфира Һабил ҡыҙы. - Башта Ҡабыҡҡыуышта йәшәнек. Ауыл халҡы изге күңелле, эшһөйәр, беҙҙе шатланып ҡаршы алдылар. Унда тәүге балабыҙ Альберт тыуҙы. Һуңынан Иҫке Ҡалҡаш ауылына күстек. Ул беҙҙең өсөн икенсе тыуған еребеҙгә әүерелде. Унда табышҡан дуҫтарыбыҙ туғандарыбыҙ кеүек булды. Сашаны колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнеләр. Ә мин ошо ауылдарҙа мәктәптә уҡыттым. Бында ҡыҙыбыҙ Альбина тыуҙы. Ете йылдан беҙ район үҙәгенә ҡайттыҡ.
Мәғариф бүлеге етәкселеге Әлфира Һабил ҡыҙын Первомайский мәктәбенә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп йүнәлтә. Көн һайын ике бала әсәһенә күрше ауылға йөрөп эшләүе еңел булмай. Һәм ул тиҙҙән башланғыс мәктәпкә эшкә урынлаша. Бер үк ваҡытта район үҙәгенең 1-се мәктәбендә лә дәрестәр алып бара.
- 40 йыл уҡытыу бер көн кеүек үтте. Мин мәктәпте, уҡыусыларымды бик һағынам. Минең насар уҡыусыларым бөтөнләй булманы. Һәм әле лә улар менән аралашам, уларҙың һәр уңышы өсөн шатланам. Уҡыусыларым араһында етәкселәр, начальниктар һәм директорҙар күп.
Ғөмүмән, мин бәхетле кеше. Мин яҡшы ғаиләлә үҫтем, институтҡа еңел уҡырға индем. Хатта рус теленән һәм әҙәбиәтенән имтихандар ваҡытында ла бер үк темаға билеттар эләкте, мин уларҙы бик яҡшы белә инем: Шолоховтың «Поднятая целина» әҫәре. Яратҡан кешем менән бер-беребеҙҙе аңлап, татыулыҡта йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ аҡыллы, ихтирамлы, эшһөйәр. Ейәнсәрҙәребеҙ бейеү, ейәндәребеҙ спорт менән шөғөлләнә. Призлы урында яулайҙар. Улар беҙҙең һөйөнөсөбөҙ. Улар беҙҙе, беҙ уларҙы хәстәрләйбеҙ. Ғөмүмән, мин һаман да ҡулымда бәхет ҡошоноң ҡаурыйы булыуын тоям. Бәхет өсөн кешегә тағы нимә кәрәк?! - тип йылмая РФ һәм БР хөкүмәт наградаларына эйә Ермилова Әлфира Һабил ҡыҙы.
Кешегә хаҡлы ял диванда ятып телевизор ҡарау өсөн бирелмәй. Пенсияға сыҡҡас, яңы тормош башлана. Әлфира Ермилованың яңы тормошо бик әүҙем һәм ҡыҙыҡлы. Александр Ивановичтың мауығыуы бар - умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Улар тотош йәйҙе тәбиғәттә үткәрә: Булаж ауылы эргәһендә умарталыҡ тоталар. Был шөғөл уларға күңел тыныслығы килтерә. Улар һәр ваҡыт бергә: сәйәхәт итәләр, ингә-иң терәп тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә бергә үтәләр, дуҫтары, туғандары менән аралашалар, яуаплы вазифалар биләгән балаларының ҡаҙаныштары менән ғорурланалар.
Әлфира Һабил ҡыҙы 1 сентябрҙә тыуған. Әйтерһең, Аллаһ Тәғәлә үҙе уҡытыусы булырға насип иткән. Белем көнөндә ул тыуған көнөн билдәләй һәм яҡындарынан ғына түгел, уҡыусыларынан да ҡотлауҙар ҡабул итә. Ул Роза Анисимовнаға һөнәргә юл күрһәткәне, коллегаһы Бәҙретдинова Наилә Мәғәфүр ҡыҙына аңлағаны, ғаиләһенә терәк-таяныс булғаны, ярҙамы һәм һәр башланғысын хуплағаны, һәм, әлбиттә, бөтә уҡыусыларына эшкә, уңыштарға илһамландырғандары өсөн рәхмәтле.
Балаларҙы уҡытыу ватансылыҡ сағылышы, тиҙәр. Сөнки уҡытыусылар бар ғүмерен киләсәк быуынды тәрбиәләүгә бағышлай, һөнәренә бар күңелен һала.
Әлфира Һабил ҡыҙын һәм райондың барлыҡ уҡытыусыларын һөнәри байрамдары - Уҡытыусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә сабырлығығыҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт!
Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА. Фото ғаилә альбомынан.