Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Март 2021, 20:05

Рособрнадзор 9 синыф уҡыусылары өсөн контроль эштәр теҙмәһен әҙерләне

2021 йылда 9-сы синыф уҡыусылары ТДИ (төп дәүләт имтиханын) һайлау буйынса уҡыу предметтарын тапшырмай.

Был экзамендар урынына 9-сы синыф уҡыусылары биология, география, тарих, физика, химия, инглиз телдәре буйынса бер генә фәнде һайлап тикшереү эштәре яҙасаҡ. 2021 йылдың 30 апреленә тиклем уҡыусылар ғаризаларын ебәреп өлгөрөргә тейеш. Ғариза мәктәптә тултырыла.
18 май - биология, әҙәбиәт, информатика;
19 май - физика, тарих;
20 май - йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
21 май - география, сит телдәр (инглиз, француз, немец, испан һәм ҡытай).
  • Читайте нас: