Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының яңы бойороғо буйынса уны быйыл 1 апрелдән генә яҙырға мөмкин. Үҙе йәшәгән урынға яҡын мәктәпкә, шулай уҡ апай-ағайҙары уҡыған белем усағына алыныу буйынса өҫтөнлөктәре булған балалар өсөн документтар тапшырыу ваҡыты нәҡ 1 апрелдән башлана һәм 30 июндә тамамлана. Яңы ҡанун буйынса мәктәпкә ҡабул итеү тураһындағы бойороҡто директор 30 июндән һуң 3 көн эсендә әҙерләргә тейеш. Йәғни тәүҙә документтар ҡабул ителә, шунан һуң ғына бойороҡтар сығарыла башлай.