Ул баҡыйлыҡҡа күскәс, донъябыҙ бушаны, күңелебеҙҙә уға бурыслы булыу тойғоһо, әйтелмәгән рәхмәт һүҙҙәре өсөн үкенес ҡалғандай кеүек. Мәктәп йылдары фотоһүрәттәре менән альбом, сығарылыштан һуң уҡытыусылар менән осрашыу сценарийҙарын, гәзит биттәрен ҡарап ултырам һәм Ләлә Ғәзиз ҡыҙын, уның ниндәй булыуын иҫкә төшөрәм. В.Л.Ғәлиевтың «Стәрлебашта халыҡ мәғарифы» китабынан уның тураһында яҙылған юлдар ҙа таптым: «1931 йылда Стәрлебаш ауылында тыуған. 1950 йылда 1-се урта мәктәпте тамамлаған. 1951 йылда туған мәктәбендә пионервожатый булып эшләй, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. 1953 йылдың авгусынан Һарайҫа мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 1960 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә эшләй. РСФСР мәғариф отличнигы».
Уның тураһында ошо ҡыҫҡа биография белешмәһе артында (Владимир Лотфрахман улына китап өсөн рәхмәт!) үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыбыҙҙың сағыу тормошо йәшеренгән. Беҙ Ләлә Ғәзиз ҡыҙы менән бишенсе класта таныштыҡ, ул беҙҙең математика уҡытыусыһы булды һәм мәктәпте тамамлағансы тиерлек беҙҙе ошо фәндән уҡытты. Уҡытыусыбыҙ һәм класс етәксебеҙ ҡаты ауырығанлыҡтан һуңғы уҡыу йылын унһыҙ тамамларға тура килде. Әммә ул беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Шакирова Факия Баян ҡыҙы кеүек үк һәр ваҡыт яратҡан уҡытыусыбыҙ булып ҡалды, улар үҙ-ара яҡшы аралашты, дуҫ ине. Уларҙың дуҫлығы беҙ, уҡыусылары менән ныҡлы күпер булып торҙо, ә беҙҙең яҙмышыбыҙға улар бер ҙә битараф түгел ине. Мәктәпте тамамлап сығып киткәс тә улар беҙҙең тормошобоҙ менән ҡыҙыҡһынып торҙо, улар менән осрашыуҙы һәр ваҡыт хуплап алалар ине. Улар менән осрашыуҙар, айырыуса юбилейҙары, беҙҙе илһамландыра ине, беҙгә көс-дәрт өҫтәй торғайны. Шуға күрә улар һәр ваҡыт беҙҙең йәнәшәлә кеүек.
Ләлә Ғәзиз ҡыҙы үткәргән математика дәрестәрен хәтергә төшөрәм... Бына ул йылмайып класҡа килеп инә һәм беҙ дәрес башланғанын көтөп тынып ҡалабыҙ. Ваҡыт үткәнен һиҙмәйбеҙ. Буйға тәпәш, ҡаҡса кәүҙәле уҡытыусыбыҙ таҡта янында тора, ә үҙе баштан - аяҡ: ҡулдары һәм биттәре аҡбурға буялған; таҡтаны ул формулалар һәм һандар яҙып тултырған, ә үҙе яҙғандарын ҡысҡырып аңлатып бара. Үҙе эргәһендә бер нимәне лә һиҙмәйенсә, ул дәртләнеп һәм илһамланып уҡыу материалына сума һәм уҡыусыларына уның мәғәнәһен аңлатырға тырыша. Ул һандар батшалығында һәм беҙ ҙә уның менән бергә. Был мәлдә Ләлә Ғәзиз ҡыҙы үҙе беҙҙең өсөн математика батшабикәһе, ә беҙ уның фекере, әйткәндәре артынан өлгөрөргә тырышабыҙ. Ҡайһы саҡ ул туҡтап: «Бына мин һеҙгә бөтәһен дә сәйнәп ҡаптырҙым, һеҙгә йоторға ғына ҡалды», ти торғайны... Һәм ул хаҡлы, уның ихлас күңелдән беҙгә аңлатҡан материалын аңламау мөмкин түгел ине. Мәктәпте тамамлауға илле йыл үтте, әммә беҙ, Бәширова Ләлә Ғәзиз ҡыҙының уҡыусылары, әле лә алгебра, геометрия, тригонометрия фәндәре нимәне өйрәнеүен, Пифагор теоремаһын, геометрия фигураларын үлсәү ысулдарын яҡшы беләбеҙ, кәрәк булһа һанды дәрәжәгә күтәреп, һандың тамырын һ.б. таба алабыҙ. Күптәребеҙгә математика фәне, Ләлә Ғәзиз ҡыҙы биргән белем һөнәр һайлағанда һәм институт, техникумда уҡығанда һәйбәт ярҙам итте. Минең класташтарым араһында биш төҙөүсе: Иҙрисов Әхтәм (Төмән инженер-төҙөлөш институты), Хәйбуллин Ришат (Куйбышев инженер-төҙөлөш институты), Арыҫланғолов Ришат (Өфө нефть институты), Зәйнетдинов Наил (Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумы), Йомадилов Рәшит (Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумы, Башҡорт дәүләт университеты), инженер-энергетик та бар - Усманов Фәнил (Свердловск политехник институты), инженер-экономист - Исмәғилева Роза (Мәскәү нефть-химия һәм газ сәнәғәте институты), бухгалтерҙар - Ғәлиәкбәрова Нурия һәм Ҡаҙаҡбаев Ғәлинур (Өфө кооператив техникумы), Тайғонова Суфия һәм Ғәлиева Хәлимә (Йоматау ауыл хужалығы техникумы), Кәримова Зөлфиә (Голодностеп төҙөлөш техникумы), Абсаттарова Минзиә һәм Ғәлиев Илгиз (бер йыллыҡ бухгалтер курстары), Искәндәров Фәнил (Стәрлетамаҡ совхоз-техникумы). Бәширова Ләлә Ғәзиз ҡыҙының башҡа уҡыусыларына ла уның фәне ныҡ ярҙам итә: беҙ логик фекерләй, анализлай, сағыштыра, һығымта яһай беләбеҙ.
1971 йылда 2-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 10 А класын тамамлаусылар өсөн Ләлә Ғәзиз ҡыҙы яҡшы уҡытыусы ғына түгел, һәйбәт класс етәксеһе лә була. Беҙ етенсе класта уҡығанда, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алып, ул беҙҙе ҡурсаланы. Класс тормошонда бындай үҙгәрешкә беҙ шат инек. Һәм бына ни өсөн. Беҙҙең яҡшы өлгәшкән һәм тәртипле, көслө класыбыҙ (Факия Баян ҡыҙының хеҙмәте) 5 класта яңы уҡыусылар (2-се мәктәптән һәм башҡа ауылдарҙан килгән һәм икенсе йылға ҡалған балалар) менән тулыланды. Бөтәһен дә берҙәм һәм татыу коллективҡа туплау еңел эш түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа шуҡ, уҡыу менән артыҡ ҡыҙыҡһынмаған уҡыусылар ҙа барлыҡҡа килде. Ике йыл эсендә беҙ өлгөлө кластан дисциплинаһыҙ класҡа әүерелдек. Кластың тәртибен яҡшыртыу буйынса педагогтар һәм ата-әсәләр бер туҡтауһыҙ тәрбиәүи эш алып барыуға ҡарамаҫтан, тәртипһеҙ уҡыусылар беҙҙе алға түгел, ә артҡа тарта ине. Һәм бына шул мәлдә Ләлә Ғәзиз ҡыҙын беҙҙең класс етәксеһе итеп тәғәйенләнеләр һәм ул беҙҙең икенсе «әсәйебеҙгә» әүерелде. Ҡысҡырып, әрләп түгел, ә матур, яғымлы, әммә талапсан тауышы менән, мәжбүр итеп түгел, ә ышандырып, ул беҙҙең класты һәйбәт уҡыуға һәм дөрөҫ тәрбиәгә йүнәлтте. Уның класс сәғәттәрен, дуҫтарса әңгәмәһен, файҙалы йәмәғәт эштәрен, уның етәкселегендә беҙҙең кластың төрлө мәктәп сараларында ҡатнашыуын яҡшы хәтерләйем. Ул изгелеклеге, яғымлы ҡарашы, аҡыллы кәңәштәре менән беҙҙең күңелде күрә белде, һәр ҡайһыбыҙ менән уртаҡ тел тапты. Уның абруйы беҙҙең өсөн шул тиклем көслө булды, уҡытыусыбыҙҙың тәртиплелеге, кешелеклелеге беҙгә уйламаған ҡылыҡтар ҡылырға бирмәне. Беҙҙең шатлыҡҡа, кластағы ауыр уҡыусылар Ләлә Ғәзиз ҡыҙы ярҙамы менән дөйөм һәм һөнәри белем алып һәйбәт хеҙмәтсәндәр, яҡшы ата-әсәләр булдылар. Уларҙың күбеһе, хаҡлы ялға сығып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә, уларға аҡыллы кәңәштәрен бирә. Ә туғыҙынсы класта, беҙ, уҡыуҙа һәм тәртип буйынса һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеп, «Иң яҡшы класс» исеме өсөн мәктәп ярышында беренсе урын яуланыҡ һәм В.И.Лениндың тыуған ере - Ульяновск ҡалаһына путевка менән бүләкләндек.
Яратҡан уҡытыусым Ләлә Ғәзиз ҡыҙын иҫкә төшөрһәм, мин уның изгелеклеге, аҡыллылығы һәм тәртиплелеге тураһында уйлайым. Минең ҡарашҡа, уның ошо сифаттары уның ата-әсәһенән киләлер. Ләлә Ғәзиз ҡыҙының атаһы Ғәзиз Ғүмәр улы беҙҙең районда беренсе халыҡ судьяһы була. Үҙ ваҡыты өсөн ғәҙел һәм белемле суд хеҙмәткәре һуғышҡа тиклем нахаҡҡа репрессиялана, әммә ике йылдан аҡлана. 1942 йылда фронтҡа китә, ә 1943 йылда Курск дуғаһында ҡан ҡойғос һуғышта һәләк була. Әсәһе Мәфтуха Ибраһим ҡыҙы байтаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләй. Ул намыҫлы хеҙмәткәр була. Район Почет таҡтаһында уның фотоһүрәтен йыш күрергә була ине. Бәләкәй саҡта Мәфтуха апайҙың беҙҙе ашатҡанын хәтерләйем, шуға күрә ул беҙгә, балаларға, ашарға бешерәлер тип уйлағанымдыр, бәлки. Уның аш бүлмәһенән алып килеп ашатҡан ризыҡтары телде йоторлоҡ була торғайны. Әммә уның изгелекле булыуы минең хәтерҙә айырыуса ныҡ ҡалған. Уға яңғыҙына, ирһеҙ өс баланы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырыуы, уларға юғары белем биреүе еңел булмағандыр. Билдәләп үтергә кәрәк, Ләлә Ғәзиз ҡыҙының бер туған һеңлеһе Бәширова Роза Ғәзиз ҡыҙы - районда һәм республикала ҙур эш тәжрибәһенә эйә булған билдәле педагог, РСФСРҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үткән Бәшировтар ғаиләһендә изгелек һәм ғәҙеллек мөхитендә үҫкән ҡыҙҙар иң яҡшы сифаттарға эйә була. Булмышы менән педагог булған ике бер туған апалы-һеңлеле коллегалары һәм уҡыусылары өсөн һәйбәт өлгө һәм остазға әйләнә.
Ләлә Ғәзиз ҡыҙы Бәширова лайыҡлы ғүмер кисерә. Ул бәхетле педагог ҡына түгел, бәхетле әсәй һәм ҡатын да була. Район судында оҙаҡ йылдар эшләгән тормош иптәше Ғабдрахманов Лотфулла Лотфрахман улы менән ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Лотфулла Лотфрахман улы һәр ваҡыт Ләлә Ғәзиз ҡыҙына ярҙам ҡулы һуҙа, уның һаулығын ҡайғырта, шифаханаларға дауаланырға йөрөтә, ауыр сирен еңергә ярҙамлаша. Ә атаһы вафат булғас, улы Тәлғәт әсәһенең һуңғы көнөнә тиклем уны ҡарай, Ләлә Ғәзиз ҡыҙы уға бик рәхмәтле ине.
Яратҡан уҡытыусыбыҙ һәм класс етәксебеҙ Ләлә Ғәзиз ҡыҙы тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт һаҡланыр.