Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Ғинуар 2021, 17:00

Предуниверсарий - һөнәри үҫеш һәм белем алыу майҙансығы

2019 йылдың декабрендә 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе илдең иң терәк юғары уҡыу йорттарының береһе - Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Мәктәп базаһында ошо уҡыу йортоноң Предуниверсарийы булдырылды. Предуниверсарий - ул мәктәп ҡарамағында махсус кластар, унда ҡайһы бер фәндәрҙе юғары уҡыу йорто преподавателдәре алып бара. Бында профиль дисциплиналар буйынса ныҡлы белем бирелә, шулай уҡ университет программаһын өйрәнеү алып барыла. Юғары уҡыу йортоноң мәктәп менән хеҙмәттәшлегенең һөҙөмтәләре тураһында беҙгә 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Радик ҡыҙы Халиҡова (һүрәттә) һөйләне.

- Гөлназ Радик ҡыҙы, мәктәп менән юғары уҡыу йортоноң хеҙмәттәшлеге нимәнән башланды?
- Танышыуҙан! Беҙҙең өлкән класс уҡыусылары республиканың баш ҡалаһында Өфө дәүләт нефть-техник университетында булды. Экскурсоводтар һәм ойоштороусылар уларҙы юғары уҡыу йорто менән таныштырҙы, барлыҡ һөнәрҙәр тураһында һөйләне, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе һәм студенттар уҡыған корпустарҙы күрһәтте. Беҙҙең уҡыусылар шулай уҡ университеттағы «Иҡтисад һәм сервис институты»нда, университет тарихы музейында, Йәштәр технопаркында, Йәштәр һарайында булды.
Бынан һуң мәктәптә Өфө дәүләт нефть-техник университеты Предуниверсарийының Асыҡ ишектәр көнө үткәрелде. Унда уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡыу йорто вәкилдәре саҡырылды. 140 уҡыусы һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн 8-11 класс уҡыусылары ҡатнашлығында мастер-кластар үткәрелде.
- Шунан ниндәй һөҙөмтәләр булды? Уҡыусылар һәм ата-әсәләрҙе был ҡыҙыҡһындырҙымы?
- Һөҙөмтәлә уҙған йылдың авгусында 10 класс базаһы нигеҙендә университеттың профиль класы асылды. Уҡыусыларҙың һорауы буйынса ул универсаль профиль класы булараҡ булдырылды. Шулай уҡ өс 8 класс булдырылып, унда ошо йүнәлеш буйынса эш башланды. Бында уҡыусылар үҙҙәрен фәндең төрлө өлкәләрендә һынап ҡарай һәм киләсәктә айырым дәрестәр: химия, физика, биология, математиканы өйрәнеүҙе һайлап ала ала.
- Әйтеүе генә еңел кеүек, әммә, белеүегеҙсә, ниндәй ҙә проектты тормошҡа ашырыу өсөн ентектле эш талап ителә.
- Был, ысынлап та, шулай. Беренсенән, дәрестәр алып барыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк ине. 2020 йылдың июлендә университеттың брендлы кабинеттарын (информатика, физика, химия) булдырыу буйынса сметалар төҙөлдө һәм килешеүгә ебәрелде. Уларҙың береһе - информатика кабинетын Яңы йыл алдынан астыҡ. Шулай уҡ сентябргә тиклем физика һәм химия кабинеттарында ремонт эштәрен тамамлау планлаштырыла.
Икенсенән, профиль предметтарҙы тормошҡа ашырыу программаларын эшләргә кәрәк ине. Бының өсөн уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе сиктәрендә беҙҙең мәктәп базаһында университеттың Предуниверсарийының республика моделе бойомға ашырылған Республика инженерҙар лицей-интернаты (РИЛИ) уҡытыусылары һәм республиканың «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәгенең проекттар етәкселәре ҡатнашлығында дискуссия майҙансығы үтте.
Түңәрәк өҫтәл артында берҙәм белем биреү процесын ойоштороу, РИЛИ базаһында университеттың Предуниверсарийы эш тәжрибәһе мәсьәләләре тикшерелде. Коллегалар уҡыу процесында алдынғы уҡыу технологияларынан файҙаланыу, заманса уҡытыу ысулдарын ҡулланыу, уҡыусылар араһында проект эшмәкәрлеген ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Һуңыраҡ университеттың ғилми советы тарафынан 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе ҡарамағында «Олимпиада һынауҙарына һәм проект эшмәкәрлегенә инновацион әҙерләнеү ысулдары» база кафедраһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде һәм бойороҡ сығарылды. Был эш университеттың Стәрлетамаҡ филиалы менән хеҙммәттәшлек итеү нигеҙендә алып барыла.
Өсөнсөнән, беҙ үҙебеҙ ҙә тик ултырманыҡ, ә проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәле булһын өсөн уның асылына төшөнөргә тырыштыҡ. Хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен өйрәнеү маҡсатында мәктәп вәкилдәре район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ф.Ә.Шаһисолтанов, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Н.Кәримов менән берлектә РИЛИ һәм «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә булды. РИЛИ вәкилдәре каникул ваҡытында фән олимпиадаларына әҙерләнеү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, химия лабораторияһында, технология кабинетында экскурсия үткәрҙе, тәрбиә биреү эше программаһын тормошҡа ашырыу барышы, ирекмәндәр үҙәге, РИЛИ лицей клубы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәге эшмәкәрлеге һәм инфраструктураһы менән таныштылар.
- Юғары уҡыу йорто һәм мәктәптең ошо проектта берҙәм эшләүенә бер йыл булды. Унда ҡатнашыу уҡыусыларға нимә бирә, һөҙөмтәләр ниндәй?
- Олимпиада хәрәкәтен үҫтәреү сиктәрендә уҙған йылдың 3 октябренән 7 октябренә тиклем беҙҙең 13 уҡыусыбыҙ Өфө ҡалаһында РИЛИ ҡарамағында «көҙгө» мәктәптә ҡатнашты. 7-9 класс уҡыусылары математика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһына әҙерләнде. Улар олимпиада мәсьәләләрен сисеп һәм белемдәрен арттырып ҡына ҡалманы, ә ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе: өҫтәл теннисы, волейбол уйнаны, йога менән шөғөлләнде. Занятиелар тамамланғандан һуң уҡыусыларға төрлө саралар ойошторолдо: балалар «Өфө» - «Ротор» премьер-лигаһы футбол матчына, Еңеү Паркына, «Ләлә-Тюльпан» мәсетенә, Телеүҙәккә, «Интеллектус» интерактив музейына барҙы. Һис шикһеҙ, занятиелар бик файҙалы һәм ҡыҙыҡһындырғыс булды. Уҡытыусылар олимпиада һынауҙарына һәм ижади конкурстарға әҙерлек буйынса бик күп файҙалы материалдар һәм кәңәштәр бирҙе.
26 октярҙән 4 ноябргә тиклем «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәге беҙҙең республикала «Беренселәр ваҡыты» төбәк йыһан профиль сменаһын үткәрҙе. Унда республиканың ҡала һәм райондарынан 45 уҡыусы саҡырылды, беҙҙең мәктәптән 11 уҡыусынан торған төркөм конкурс һынауын үтеп, унда ҡатнашты. 8-11 класс уҡыусылары ун көн дауамында өс йүнәлеш: ракеталар, спутниктар төҙөү, станциялар һәм Ерҙе дистанцион зонд менән тикшереү буйынса уҡыны. «Ракеталар төҙөү» йүнәлешендә уҡыусылар ракеталар менән идара итеү системаһы һәм SpaceX компанияһы эшмәкәрлеге менән танышты. Һуңынан теориянан практикаға күстеләр - преподаватель ярҙамы менән ракета макеттары эшләнеләр. «Ерҙәге станциялар һәм ДЗЗ» йүнәлешендә ҡатнашыусылар ҡабул итеү станцияһы йыһаздары һәм конструкцияһын өйрәнде, ә һуңынан уның моделен төҙөнө. Йәш «спутник төҙөүселәр» орбита механикаһы нигеҙҙәрен һәм борт системаһының эшен теорияла өйрәнде һәм спутник орбитаһын төҙөнө. Ҡатнашыусылар өсөн һәр көн ваҡиғаларға бай булды. Улар өсөн билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, төрлө экскурсиялар ойошторолдо. «Первушино» аэродромы базаһында үҙҙәре эшләгән ракеталарҙы осороу уҡыусылар өсөн иң иҫтәлеклеһе булды, уларҙың барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
28 ноябрҙән 27 декабргә тиклем беҙҙең уҡыусылар республиканың өлкән класс уҡыусылары өсөн «Инженер мәктәбе» белем биреү онлайн-фестивалендә ҡатнашты. Университет ойошторған был проект уҡыусыларҙы техник юғары уҡыу йортона инергә әҙерләүгә йүнәлтелгән. Сара «Газпром трансгаз Уфа» йәмғиәте ярҙамында үтте. Унда беҙҙең мәктәптән дә 10 -11 кластарҙан 24 уҡыусы ҡатнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған математика-физика; математика-информатика; математика - химия кеүек йүнәлештәр һайланы.
Шулай уҡ онлайн-форматта үткән занятиелар барышында уҡыусылар университет преподавателдәре менән инженер-техник йүнәлештәге фәндәр буйынса БДИ мәсьәләләрен сисеүҙең типлы һәм стандарт булмаған ысулдары менән танышты, шулай уҡ ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн белемдәрен дөрөҫ ҡулланырға өйрәнде.
Йомғаҡ яһап, шуны әйткем килә, университет менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәләрен бөгөн үк күреп була. Мәктәптән 13 уҡыусы Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабына саҡырылды. Уҡыусыларыбыҙ төбәк кимәлендә лә муниципалитетты лайыҡлы күрһәтер, тип ышанабыҙ!
Пландарыбыҙға бер аҙ төҙәтмәләр индергәндән һуң икенсе ярты йыллыҡта ла проект эшмәкәрлегендә берҙәм эш, олимпиадаларға һәм БДИға әҙерлек дауам итәсәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлназ Радик ҡыҙы.
Елена ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.
Читайте нас: