Башҡортостан башлығы хакимиәтендәге сығанаҡ «Башинформ» агентлығына бөгөн төбәк оператив штабы ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итеүҙәрен хәбәр итте. Коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл тотороҡланды, шуға уҡыусыларға мәктәпкә йөрөп уҡырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика уҡыусылары 9 ноябрҙән дистанцион уҡыуға күсерелгәйне. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына республиканың барлыҡ мәктәптәрендә санитар нормаларҙы үтәүҙе тикшерергә ҡушты. https://www.bashinform.ru/news/1529115-shkolniki-bashkirii-s-7-dekabrya-vozvrashchayutsya-k-ochnomu-rezhimu-ucheby/