– Ағымдағы аҙнала мәктәп уҡыусылары өсөн каникул дауам итә. Был балаларға ял итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. 9 ноябрҙән улар уҡырға барасаҡ. Балаларҙы дистанцияла уҡыу режимына ныҡ күсерге килмәй, тик хәлдәр аҙна уртаһына йәки аҙағына насарая икән, әҙер булығыҙ. 1-5-се кластар ғына мәәктәпкә йөрөп уҡыясаҡ. Был ҡарар санитария-эпидемиологик хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Вуз студенттарына килгәндә, бында хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Шуға күрә бөгөндән беренсе курстан алып сығарылыш алды курсына тиклемге студенттар дистанцияла уҡыуға күсә. Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Министр әйтеүенсә, юғары уҡыу йорттарында көн һайын 30-50-шәр сирләп киткән кеше асыҡланып тора. Сығарылыш курс студенттарының уҡыу рәүеше буйынса ҡарарҙы вуздар етәкселеге үҙаллы ҡабул итәсәк.
Колледж һәм техникумдарға килгәндә, бында сирләүселәр һаны ҙур түгел. Шуға күрә улар уҡыу йорттарында белем алыуын дауам итәсәк.
Балалар баҡсаларында шулай уҡ сирләүселәр һаны ҙур түгел, хәл тотороҡло. Уларҙа эште әлеге режимда дауам итәсәктәр.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы барлыҡ күп кешеләр ҡатнашҡан сараларҙы кәметергә, ә мөмкин булһа, кисектерергә ҡушты.
– Бүләкләүҙәр, концерттар, спорт саралары – барыһын да туҡтатығыҙ. Һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәлдең яҙғылыҡ менән сағыштырғанда насарыраҡ икәнен күрәһегеҙ. Аҙна һайын бер нисә кеше менән хушлашабыҙ. Күп кеше ҡатнашҡан сараларҙың насар эҙемтәһе булыуы бар, – тине Радий Хәбиров.