Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Октябрь 2020, 12:20

Ватансылыҡ хис-тойғоһон лайыҡлы үрнәктә тәрбиәләргә кәрәк

3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһында партиотик тәрбиәгә күп иғтибар бүленә. Беҙ тематик саралар үткәрәбеҙ, республикабыҙ нимәһе менән данлыҡлы булыуы - ғөрөф-ғәҙәттәр, иҫтәлекле урындар, ҡомартҡылар һәм билдәле шәхестәр тураһында һөйләйбеҙ. Шундай сараларҙың береһендә кескәйҙәргә Башҡортостандың бөтә донъяла танылыу яулаған ете мөғжизәһе тураһында һөйләнек. Улар шуларҙың береһе - Салауат Юлаев һәйкәле тураһында ентекләберәк белде.

Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек төркөмө балалары өсөн беҙ: «Салауат Юлаев - беҙҙең милли геройыбыҙ» проектын әҙерләнек. Шулай уҡ балалар баҡсаһы территорияһында берҙәм көс менән Салауат Юлаев һәйкәленең макетын эшләп урынлаштырҙыҡ.
Балалар шул йылдарҙағы йәшәү рәүеше, йырҙар, башҡорт халыҡ уйындары менән танышты. Улар Салауат Юлаевтың бала сағы һәм батырлығы тураһында риүәйәттәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Сара барышында тәрбиәләнеүселәр ул ҡыйыу яугир генә түгел, ә тыуған иленең матурлығы, халҡын һәм уның ғөрөф-ғәҙәттәрен данлаған шағир, йырсы булыуын да белде. Башҡортостандың баш ҡалаһында милли геройыбыҙға һәйкәл ҡуйылған һәм уның хөрмәтенә Салауат ҡалаһы, хоккей клубы һәм Өфө ҡалаһындағы боҙ спорт һарайына, шулай уҡ республика ҡалалары һәм ауылдары урамдарына һәм проспекттарға уның исеме бирелгән.
Шулай итеп билдәле шәхестәр үрнәгендә беҙ яңы быуында ватансылыҡ хис-тойғоһо, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә, Ватаныбыҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт уятырға бурыслы.
Резида ХӘЙБУЛЛИНА, 3 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: