Тиҙҙән тикшереү үткәреү өсөн дүрт мәктәп, өс урта махсус һәм өс юғары уҡыу йорто билдәләнә. Һәр учреждениела осраҡлы рәүештә ун уҡыусыны һайлап алып, ПЦР ысулы менән – танауҙан һәм ауыҙ ҡыуышлығынан – яңы коронавирус инфекцияһына анализ алына, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.