Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Октябрь 2020, 17:27

Бөрйән районында мәктәптәр офлайн-уҡытыуға күсә

Башҡортостандың Бөрйән районында мәктәптәр офлайн-уҡытыуға күсә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, COVID-19, дауахананан тыш пневмония һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың артыуына бәйле муниципалитетта 23 сентябрҙән карантин саралары индерелгәйне.
Был аҙнала сикләү саралары әкренләп ғәмәлдән сығарыла башланы. Бөтә мәктәптәр ҙә тиерлек элекке эш форматына ҡайтты, тип хәбәр итте РБК Өфө район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғайса Хәлитовҡа һылтанма менән. Ике ҙур мәктәптә – Иҫке Собханғолда һәм Байназарҙа онлайн-уҡытыу дауам итә. Бында башланғыс класс уҡыусылары, шулай уҡ туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар ғына мәктәпкә йөрөй, ҡалғандары өйҙән уҡый.
Муниципалитетта күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыуға сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙә Бөрйән районында дауахананан тыш пневмония менән сирләүҙең 60 осрағы теркәлде. Биш кешелә коронавирус инфекцияһы бар. Үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәте буйынса, районда ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы, «сирҙең юғары нөктәһенә еткән мәле, табиптарҙың байтағы ауырып китте, күптәре, хәҙер һауығып, эшкә сыҡты, сирле халыҡ ағымы көсәйә генә». Шуға бәйле 28 сентябрҙә Бөрйән үҙәк район дауаханаһында дауахананан тыш пневмония менән сирләгән пациенттарҙы дауалау өсөн провизор госпитале асылды, тип хәбәр итте агентлыҡ
Читайте нас: