Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Октябрь 2020, 12:05

"Дистанционка"ға күсәбеҙме?

Ватсапта шундай хәбәр йөрөй: "19 октябрҙән Башҡортостанда ҡурсаланыу режимы кире ҡайта. Уҡыусылар "дистанционка"ға күсә. Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 50 проценты ғына эштә ҡала. Ҡалғандар тулыһынса ошо режимда буласаҡ. Был - Башлыҡ менән һуңғы видеоконференция ултырышынан яңылыҡтар. Кәмендә февралгә тиклем әҙер булығыҙ".

Ҡурҡыта. Яҙ башынан ошолай йәшәнек һәм бығаһис тә кире әйләнеп ҡайтҡы килмәй. Айырыуса балалары мәктәптә уҡыған ата-әсә борсола. Республиканың Мәғариф министрлығы был хәбәрҙе инҡар итте, ул дөрөҫлөккә тура килмәй, тине.
"Республика мәктәптәрендәге санитария-эпидемиологик хәл тотороҡло, беҙ уҡыуҙы ғәҙәти рәүештә дауам итә алабыҙ, - тиелә министрлыҡтың рәсми хәбәрендә. - Әле уҡыусылар көҙгө каникулдарҙы көтә, ул 26 октябрҙә башлана һәм 4 ноябрҙә тамамлана. Семестрҙар буйлап эшләгән мәктәптәр бар, уларҙың каникулы иртәрәк башлана. Нисек кенә булмаһын, әлегә дистанцияла уҡыуға күсеү өсөн нигеҙ юҡ".
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 139 мәктәп уҡыусыһы коронавирус менән сирләй. Мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, был һандар ҡурҡыныс түгел, сөнки беҙҙең мәктәптәрҙә 490 мең бала уҡый.
Ҡайһы бер башҡа илдәрҙең яңынан ҡаты саралар күрә башлауын иҫәпкә алһаҡ, уйланырға урын бар, әлбиттә. Сикләүҙәр ҡайтмаһын өсөн, талаптарҙы үтәү мөһим. Улар ябай: битлек кейеү, социаль арауыҡ һаҡлау, кеше күп булған урында йөрөмәү.
Сығанаҡ - https://bash.rbsmi.ru
Фото: evo-rus.com
Альфия Мингалиева
Читайте нас: