Форумда дөйөм белем биреү учреждениеларында, урта һәм юғары уҡыу йорттарында эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район методик берләшмәләре етәкселәре, инновацион белем биреү ойошмалары директорҙары, методик әсбаптар авторҙары, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтары рәйестәре, ата-әсәләр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаша.
Форумдың тәүге өлөшөндә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар һәм консультациялар ойошторолдо. Секторҙарға бүленгән кәңәшмәләрҙә башҡорт телен дистанцион шарттарҙа уҡытыу, федераль конкурстарҙа ҡатнашыу, республика гранттарын юллау, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табыу, юғары уҡыу йортонда башҡорт телен уҡытыу, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәрен алып барыу, башҡорт телендә мәктәп телевидениеһын ойоштороп ебәреү, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын мәктәп системаһына индереү һәм башҡа темалар яҡтыртыла.
Бөгөн форум бер-нисә панелгә бүленгән дискуссиялар менән дауам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Республика Башлығы менән осрашасаҡ.