Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Сентябрь 2020, 12:05

Башҡорт дәүләт университетында ике көн дауамында Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә

Социаль-иҡтисади практика һәм этноконфессиональ мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләү темаһына арналған фәнни мәктәптә илебеҙҙең 7 төбәгенән килгән белгестәр сығыш яһай.

Йәш этнополитологтар түңәрәк өҫтәлдә ҡанашасаҡ, сәйәси фильмдарҙы анализлаясаҡ, онлайн ссесияларҙа сығыш яһаясаҡ. «Башҡортостанда йәш этнополитолог мәктәбе» Рәсәй Президенты гранты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Өфөлә эшләйәсәк мәктәп-конференция биш йүнәлештә эш алып бара.
Гүзәл Борханова.
Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас: