Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2019, 13:18

Башҡортостан мәктәптәренә - 37 яңы автобус!

Бөгөн Өфөлә республиканың район-ҡалаларына федераль аҡсаға һатып алынған мәктәп автобустары асҡыстары тапшырылды

Тантанала БР хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров ҡатнашты. Ул яңы техника ярҙамында быға мохтажлыҡ кисергән тағы ла мең баланы мәктәптәргә ташырға мөмкин буласаҡ тип белдерҙе. Автобустар 21 муниципалитетҡа (Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Благовар, Бөрйән, Ғафури, Дүртөйлө,Иглин, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнарен, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла, Нефтекама, Салауат, Өфө), баш ҡаланың һаңғырау уҡысылар өсөн коррецион мәктәп-интернаты, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия -интернаты, Илеш мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернатына тапшырылды. Улар: 28 ПАЗ, 2 юлһыҙ ерҙән йөрөгән ГАЗ, 6 ГАЗ Next, 1 КАВЗ. Автобустарға ГЛОНАСС навигаторҙары һәм тахографтар ҡуйылған. Быйыл республикаға йәмғеһе 143 автобус ҡайтарылған. 1436 берәмек техника 2749 тораҡ пункттан 41951 уҡыусыны 872 мәктәпкә алып бара. Фото: ИА "Башинформ
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-ortostan-m-kt-pt-ren--37-ya-i-avtobus-54439/
Читайте нас: