Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
26 Декабрь 2019, 00:05

Абруйлы уҡыу йортонда – яңы ректор

Республиканың иң ҡеүәтле юғары уҡыу йорттарының береһендә - яңы етәксе.

Бөгөн Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренең һәм унда белем алыусыларҙың конференцияһы үткән, көн ҡаҙағындағы төп мәсьәлә юғары уҡыу йортона ректор һайлау булған. Быны йәшерен тауыш биреү ысулы менән башҡарғандар.
Һайлауҙа өс кандидат ҡатнашҡан: университеттың белем биреү-методик эш буйынса проректоры Олег Баулин, тау-нефть факультеты деканы Александр Могучев, уҡыу йортоноң Стәрлетамаҡтағы филиалы директоры Рөстәм Дәминев.
Күпселек тауыш менән (82%) Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры итеп Олег Баулин һайланған. Әммә әлегә етәкселек эшен алып барыуҙы Рәмил Бәхтизин дауам итәсәк, сөнки Олег Баулин вазифаны рәсми рәүештә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығының махсус бойороғонан һуң ҡабул итеп алырға тейеш.
Фото: proufu.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: