Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2019, 23:35

Иң зирәктәр йыйылды

Бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында Милли технологик башланғыстар хәрәкәтенең Түңәрәктәр йүнәлеше олимпиадаһы финалы үтте. Ябайлаштырып, уны Командалы инженер олимпиадаһы тип тә йөрөтәләр.

Олимпиадала Рәсәй буйынса 20 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан, меңдән күберәге финалға сыҡҡан. Һуңғы этап әлегә 16 төбәктә үткән, шул иҫәптән бөгөн – Өфөлә.
Беҙҙең республикалағы финал этабына балалар Башҡортостандан ғына түгел, Төмән һәм Силәбе өлкәләренән дә килгән. Бәйге 5-7-се класс уҡыусылары араһында барҙы, барлығы 70-кә яҡын кеше көс һынашты. Улар үҙ төбәктәрендә ситтән тороп үткәрелгән ҡатмарлы һайлап алыу конкурстарында ҡатнашҡан, бөгөн иһә иң-иңдәрҙе билдәләнеләр.

Өфөләге бәйге биш йүнәлеш буйынса ойошторолған: "Кешеләр өсөн технологиялар", "Йыһан өсөн технологиялар", "Виртуаль донъя өсөн технологиялар", "Тирә-яҡ мөхит өсөн технологиялар", "Роботтар өсөн технологиялар". Олимпиаданың төп маҡсаты – балаларҙың белемен тәрәнәйтеү, инженер технологияларына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, үҫеш йүнәлешен билдәләргә ярҙам итеү.

Никита Чикирев бишенсе класта уҡый, ул Төмән ҡалаһынан килгән. Үҫмер үҙҙәрендәге иң яҡшы уҡыу йорттарының береһендә – физика-математика мәктәбендә уҡыуын, программаның бик ҡатмарлы булыуын, IT-технологиялар менән ҡыҙыҡһыныуын һөйләне. Уны шулай уҡ механика йүнәлеше лә ылыҡтыра, 3D моделдәр яһауҙы ла үҙ итә. Никита – ҙур маҡсатлы малай, киләсәктә Мәскәүҙәге танылған юғары уҡыу йортона бармаҡсы. Бына ошо миҫал ғына ла бөгөн бында иң тырыш, зирәк, аҡыллы балалар йыйылғанын иҫбатлай.

Олимпиада барышы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Республика етәксеһе балалар менән аралашты, төрлө йүнәлештәр буйынса проекттар булдырған командаларҙың эшмәкәрлеге менән танышты.

Автор фотолары.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: