Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Декабрь 2019, 00:20

"Үҫеш биләмәһе" Салауатты гөрләтте

Бөгөн Салауат ҡалаһында үткән “Үҫеш биләмәһе” беренсе республика йәштәр форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тә ҡатнашты. Ул еңеүселәрҙе бүләкләне һәм үҫмерҙәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙың республиканың ғорурлығы һәм киләсәге булыуын билдәләне.

“Мин һеҙҙең барығыҙҙың ла әлеге кеүек шат, көслө булыуығыҙҙы, һәр ваҡыт үҙ көсөгөҙгә ышаныуығыҙҙы теләйем. Шул саҡта бар нәмә лә тормошҡа ашасаҡ. Салауат – бик яҡшы ҡала һәм, беҙҙең уйлау буйынса, был матур проект артабан да тап һеҙҙә үтәсәк", - тине ул.
Радий Хәбиров ҡала хакимиәте башлығы Динар Хәлиловҡа ҡаланың спорт мәктәптәренә хоккей ҡорамалдары алыу өсөн 13 миллион һумлыҡ сертификат тапшырҙы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, форум Салауатта бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолдо. Уҡыусылар биш белем биреү платформаһында ҡатнашты.
Үҫмерҙәргә бөгөнгө саралар бик оҡшаған, улар бик күп яңы белем алыуына һәм республикалағы билдәле кешеләр менән аралашыу мөмкинлегенә ҡыуанған.
“Бөгөн өйрәнгәндәребеҙ беҙгә уҡыуҙа ғына түгел, ә артабанғы тормошобоҙҙа ла бик ярҙам итәсәк. Ошондай форум үткәреүҙәренә бик шатбыҙ. Бөгөн беҙгә артабан нисек үҫергә, камиллашырға була икәнлеген күрһәттеләр", - тине форумдың еңеүселәре.
Биш платформаның һәр ҡайһыһында еңеүселәргә дипломдарҙы һәм наградаларҙы Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫарҙары Фәнүр Йәғәфәров менән Ленара Иванова, республиканың мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте министрҙары Әминә Шафиҡова менән Руслан Хәбибов, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов тапшырҙы.
Әлеге ваҡытта “Салауат” спорт-концерт комплексында форумда ҡатнашыусылар өсөн концерт дауам итә. Бының кеүек йыйындар йыл дауамында республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла үтәсәк.
Олег Яровиков фотолары.
Автор: Альфия Мингалиева
"Башгҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: