Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2019, 16:00

Уҡытыусыларҙан кем 600 мең һумлыҡ грант алыр?

600 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булыусы йөҙ йәш ауыл уҡытыусыһының исеме асыҡланды.

Был исемлек рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында https://npa.bashkortostan.ru/26233/ баҫылған.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 190 уҡытыусы ғариза биргән. Унда Рәсәй Федерацияһы гражданы булған һәм Башҡортостанда даими йәшәүсе 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнаша ала.
Уларҙың ауыл ерендә урынлашҡан мәктәптәге стажы ике йылдан, дәрестәре бер ставканан кәм булмаҫҡа тейеш.
Шул уҡ ваҡытта ауыл халҡының иҫәбе лә 10 меңдән артырға тейеш түгел. Грантҡа дәғүә итеүселәрҙе мәктәп һәм район мәғариф бүлеге тәҡдим итә.
Грант алған уҡытыусылар мәктәптә тағы ла 10 йыл эшләргә, ә инде хеҙмәт килешеүен өҙгән осраҡта гранттың суммаһын кире ҡайтарырға тейеш.
Гранттар йәш ауыл уҡытыусыларына йыл һайын тапшырыласаҡ.
Фото: В контакте
Яңылыҡ авторы: Сажиҙә Лотфуллина
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/U-itiusilar-an-kem-600-me--umli-grant-alir-37231/
Читайте нас: