Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2019, 19:40

Башҡорт теле буйынса олимпиада үтте

Бөгөн Өфө ҡалаһының киң профилле һөнәри һөнәри колледжында (директоры Сынтимер Баязитов) Башҡортостандағы белем биреү колледждары һәм лицейҙары уҡысылары араһында башҡорт теле буйынса Республика олимпиадаһы үтте.

Бында шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының үҙ-ара аралашыу майҙансығы булдырылды. Был ҙур сараны филология фәндәре кандидаты, шағир Фәнзил Санъяров алып барҙы. Республика олимпиадаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, шағирә, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина сығыш яһаны. Уҡытыусылар әҙиптәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр.
Фәрзәнә Аҡбулатова.
автор фотоһы.
Читайте нас: