Стэрлебаш шишмэлере
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Декабрь 2019, 12:55
Асыҡ дәрес башланды
Әлеге ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө уҡыу корпусында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика асыҡ дәресе башланды. Интернетта онлайн-трансляцияһы:https://youtu.be/QOPAI6U4G_4
Дәресте Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, билдәле блогер Фидан Ҡолмөхәмәтов һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән йыл уҡытыусыһы-2019” конкурсы еңеүсеһе Гөлшат Ғәбитова алып бара.
Сарала БДПУ, БДУ профессорҙары, яҙыусылар, студенттар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, министрлыҡтар вәкилдәре ҡатнаша.
Йыйылған халыҡты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡотланы.
Ул телебеҙҙе һаҡларға, артабан да үҫтерергә саҡырҙы. Асыҡ дәрес башҡорт теленең
матурлығына,
үҙенсәлектәренә, диалекттарына арналды.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор фотоһы.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся