Рәсәй мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Виктор Басюктың хаты Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты сайтында баҫылған. “Мәғариф һәм фән министрлығы Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына педагогтарҙың хеҙмәт хаҡын арттырыуҙы тәьмин итеү буйынса тәҡдимдәр, шулай уҡ күрһәтелгән хаҡтарға ѳҫтәмә бюджет сараларын талап иткән иҫәп ҡарауға ебәрелде”, - тиелә документта.