Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2019, 11:25

Һәр тарафта яңғыраһын башҡорт теле!

14 декабрҙә – атаҡлы башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Аҡмулланың тыуған көнөндә йыл һайын Башҡорт теле көнө уҙғарылыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет-конкурс иғлан итте. Башҡорт телен йәш быуын араһында пропагандалау маҡсатында ойошторолған сарала балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары, төрлө һөнәри, юғары белем биреү уҡыу йорто студенттары ҡатнаша ала. “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Мин башҡортса уҡыйым”, “Театрлаштырылған күренеш”, “Матур яҙыу дәфтәре” номинацияларында еңеүселәр ошо аҙна барышында билдәләнәсәк. Ярышта ҡатнашҡан ҡайһы бер эштәр менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге махсус төркөмөндә танышырға мөмкин.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнән. https://bash.rbsmi.ru/articles/rukhi-t/r-tarafta-ya-ira-in-bash-ort-tele-32328/
Читайте нас: