Һүҙлеккә 3 мең тирәһе һүҙ ингән. Бынан тыш, ҡушымтала тышҡы күренешенә ҡарап, минералдарҙы билдәләү ысулдары ла, билдәле ғалим-геологтарҙың, республиканың ошо өлкәлә эшләгән шәхестәренең, тау-геология предприятиелары етәкселәренең исемлеге күрһәтелгән. Һүҙлек геология тармағы өсөн генә түгел, мәктәп уҡыусыларына ла, йәштәргә, студенттарға, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә тәғәйенләнгән.