Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Ноябрь 2019, 13:10

Ҡушымталар башҡорт телен өйрәнергә ярҙам итә

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды смартфондар өсөн ҡушымталар әҙерләп сығарған белгестәр менән эш алып бара. Әлеге ваҡытта аndroid һәм ios өсөн “IQБалаБаш” һәм “Inofon BASH” ҡушымталары донъя күрҙе.

“IQБалаБаш” бәләкәстәргә тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнергә ярҙам итә. Шулай уҡ ҡушымта ярҙамында башҡортса һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү мөмкинлеге лә бар. “IQБалаБаш” сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Был мобиль ҡушымта Ҡаҙағстан эшҡыуары, йәмәғәт эшмәкәре Алмаз Топеев менән берлектә эшләнә. Ул ҡаҙаҡ телендә лә "IQ Bala" уйынын уйлап табыусы булараҡ билдәле.
Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн тағы бер уңайлы ҡушымта “Inofon BASH” тип атала. Ҡушымтала һүҙҙәр тематик төркөмдәргә бүленгән, сюжетлы иллюстрациялар, һүҙҙең әйтелеше, яҙылышы һәм һүрәте бирелгән. Ҡушымта һүҙҙәрҙе тиҙ иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Уны интернетта "Ос3.инофон.башкирский" тип таба алаһығыҙ.
Был ҡушымталарҙы телефонға күсереп алып, башҡорт телен өйрәнергә, булған белем кимәлен нығытырға мөмкин. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һылтанмалар:
Читайте нас: