Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Ноябрь 2019, 11:45

Республикала беренсе заман оҫтаханалары асылды

Заманса оҫтаханалар «Йәш профессионал» төбәк проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Эшсе һөнәр алыусылар өсөн заманса матди-техник база булдырыу – проекттың мөһим күрһәткесе булып тора. 2024 йылға тиклем бындай оҫтаханалар һаны илле биштән кәм булмаҫҡа тейеш.

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжда заманса үҙгәрештәр. Был уҡыу йорто «Социаль өлкә» тип аталған «Мәғариф» милли проектында грант ота. Белем усағында беренселәрҙән булып биш оҫтахана асыла. Һәр береһенең эшмәкәрлеге булып донъя талаптарына ярашлы урта һөнәри белем биреү маҡсат итеп ҡуйылған.
Ремонт эштәре йәйгеһен башлана, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡ ҡорамалдар урынлаштырыла, ти колледж хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ, яңы эш урындары ла булдырыла. Был инновация проекты квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар булдырырға, халыҡҡа белем биреү хеҙмәттәре күрһәтергә, эш биреүселәрҙең заказдарын үтәү өсөн мөмкинлек бирә.
Яңы техника менән йыһазландырылған лабораторияларҙа студенттар дәрестә алған теорияны практика менән бәйләй ала.
Йыл аҙағына тиклем Өфөлә, Әлшәй районының Аксен ауылында барлығы 25 оҫтахана ишектәре асылыр тип көтөлә. Беренселәрҙән булып заман лабораторияһын асҡан Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжына тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында күрше төбәк вәкилдәре лә йыйылды.
Быйыл Башҡортостандың алты колледжы федераль бюджеттан субсидия алыу конкурсында еңеп сыҡҡан. Уларҙың грант күләме 139 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, республиканан – 30 миллион һум, бюджеттан тыш сығанаҡтар – 10 миллион һум һәм эш биреүселәр аҡсаһы – 20 миллион һум самаһы заманса 30 оҫтахана булдырыуға йүнәлтелә.
Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: