Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2019, 18:40

Һамарға юл тоттолар

Бөгөн бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты ағзалары, журналистар, уҡытыусылар Һамарға юлға сыҡты.

Һамар өлкәһендә Башҡортостан Башлығы грантына Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә.

Бөгөн Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһы педагогтары Диңгеҙбай (Фатима Мостафинаның тыуған ауылы) һәм Ырғыҙ ауылдарында балалар, уҡытыусылар, Фатима Мостафинаның замандаштары, башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осраша.

Һамар ҡалаһында тарихсылар, ғалимдар менән түңәрәк өҫтәл ойошторола.

Иртәгә төп саралар Украинка һәм Ырғыҙ ауылдарында уҙасаҡ.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: