Текст Морзе азбукаһында сәғәткә ебәрелә, ә яуап гаджет экранында нөктә һәм һыҙыҡтар рәүешендә яҙыла. Белгестәр фекеренсә, был масштаблы проект. Ул күреү һәм ишетеү һәләтенән мәхрүм кешеләргә йәмғиәткә яраҡлашырға, кешеләр менән аралашырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Артурҙы маҡтап телгә алған һәм уны “башҡорт Цукербергы” тип атаған.