Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Ноябрь 2019, 22:25

Туған тел уҡытыусылары Мәскәү ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә

Беҙҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Өфө ҡалаһының 7-се мәктәбенән Гөлшат Ғәбитова һәм Раевка ҡасабаһының 2-се мәктәбенән Флүрә Хәмиҙуллина Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән ҡатнашыусылар араһында бар.

Тәүге этапты конкурсанттар уңышлы үтә. Әле беҙҙекеләр уҡытыу методикаһында инновация элементтарын ҡулланыу һәм халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен сағылдырған дәрес буйынса видеоролик һәм милли кейемде күрһәтеү буйынса һынау тотасаҡ. Уларҙың ғилми эштәре лә күҙ уңында буласаҡ.
Уҡытыусыларыбыҙға уңыштар юлдаш буһын!
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/m-sk-tu-an-tel-u-ytyusylary-o-taly-d-rest-re-k-r-t/
Читайте нас: