Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Октябрь 2019, 19:52

Уҡытыусылар ҡәнәғәт: хеҙмәт шарттары яҡшы

2017 йылда реконструкцияға ябылған Өфөнөң 44-се мәктәбе яңы уҡыу йылында киренән ишектәрен асты. Ул хәҙер полилингваль күп профилле мәктәп статусында эшләй.

Бөгөн – Уҡытыусылар көнөндә – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белем усағы менән танышты, мәктәп коллективы, уҡытыусылар менән “түңәрәк өҫтәл”дә осрашты.

Мәғариф учреждениеһы 1300 уҡыусыға иҫәпләнгән. Балалар бер сменала иртәнге сәғәт 8-ҙән уҡытыла. Дәрестән тыш эшмәкәрлеккә һәм өҫтәмә белем биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Көнөнә дүрт тапҡыр туҡландырыу ҡаралған.


Белем усағында башҡорт, рус, инглиз, немец, төрөк, татар телдәре өйрәнелә, киләсәктә француз һәм ҡытай телдәрен дә программаға индерергә йыйыналар. Бында теүәл фәндәргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Математика дәресе инглиз һәм рус телдәрендә алып барыла. Йыр, рәсем, тирә-яҡ донъя дәрестәре башҡорт, рус телдәрендә үткәрелә.


Мәктәптә спортты үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүленә: дүрт спорт залы бар, уларҙың иң ҙурының майҙаны 510 квадрат метр тәшкил итә.


Заман мәктәбе техник яҡтан яҡшы йыһазландырылған, микрофон, һанлы технологиялар алыу өсөн 110 миллион һум аҡса бүленгән.








Читайте нас: