Бер айҙан Миңлегөл әсәһе Мөнәүәрә Биктимер ҡыҙына:
- Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға барам, - ти.
Уның атаһы бик иртә - 38 йәшендә генә яман шештән вафат була. Ғаиләлә - дүрт бала. Миңлегөл - өлкәне.
Училищела бер йыл белем алғас ул аппаратсы һөнәрен үҙләштерә. Ике йыл нефть-химия комбинатында эшләй. Һуңынан икенсе пландары барлыҡҡа килә.
- Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға барғым килә, - ти ул әсәһенә.
- Бик дөрөҫ уйлағанһың, - тип шатлана Мөнәүәрә Биктимер ҡыҙы. - Һин бит мәктәптә һәйбәт уҡының.
Миңлегөл физика-математика факультеты студенткаһы була. Мауыҡтырғыс йәнле тормош. Биш йыл һиҙелмәй үтеп китә. Диплом алып Стәрлебаш район халыҡ мәғариф бүлегенә бара. Бында уға Иҫке Ҡалҡаш мәктәбенә эшкә барырға тәҡдим итәләр. Бер йылдан 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенә күсә. Директор Хәлил Сәлихов йәш педагогҡа:
- Уңыштар һиңә, - тип изге теләктерен белдерә.
Киләһе йылда район үҙәгендә ике урта мәктәпте берләштерәләр. Иван Шутенко директор була, артабан ул бер нисә йыл рәттән ошо уҡыу йортона етәкселек итә.
Ә Миңлегөлдең тормошонда бәхетле үҙгәрештәр була. Ул Стәрлебаш егете Йәғәфәр Хөсәйенов менән яҙмышын бәйләй.
Мәктәптә ҡайһы бер уҡытыусылар хаҡлы ялға китә, улар урынына йәш белгестәр килә. Ә Миңлегөл Хөсәйенова, һөнәри тәжрибә туплап, алдынғы преподавателдәр иҫәбенә инә.
Бер ваҡыт Ләлә Ғәзиз ҡыҙы Бәширова уға йылмайып:
- Бына бит нисек килеп сыҡты. Ҡасандыр мин һине математиканан уҡыта инем, ә хәҙер беҙ бергә эшләйбеҙ. Уҡыусылар һине бик ярата тип ишеттем. Артабан да шулай булһын, - ти ул.
Әммә 1990 йылда уның хеҙмәт эшмәкәрлегендә ҡырҡа үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Коллектив Хөсәйенованы Стәрлебаш ауыл Советына депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтә. Һайлаусылар уның кандидатураһын хуплай. Артабан депутаттар үҙҙәре уны ауыл Советы етәксеһе вазифаһына тәғәйенләй.
Эштәрҙе дәртле алып бара. Һәр мәсьәләне ентекләп, еренә еткереп өйрәнергә тырыша. Ҡабул итеүгә килеүселәргә ҡарата иғтибарлы һәм эскерһеҙ мөнәсәбәттә була, ыңғай яҡтан баһалай башлайҙар. Ә дүрт йылдан район хакимиәтенә - эштәр менән идара итеүсе вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Бер йыл һәйбәт үтә. Әммә мәктәпте бик һағына башлай. Был турала ул район хакимиәте башлығы Фәрит Ҡәйүповҡа тура әйтә.
- Ярай, улай булғас күңелеңә ятҡан эш менән шөғөллән, - ти Фәрит Гәрәй улы.
Ире Йәғәфәр Миңлеғәли улы ла уны хуплай.
2-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры Рәфҡәт Ғәфиев уны эшкә ихлас ҡабул итә.
- Һеҙ бик урынлы килдегеҙ. Беҙгә тәжрибәле һәм абруйлы педагогтар кәрәк, әлбиттә.
Киләсәктә Миңлегөл Зәйнулла ҡыҙы Рәфҡәт Рәхим улының ни тиклем оҫта, әҙәпле етәксе булыуына күп тапҡыр инана. Коллектив та хөрмәт итә. Ул күптән хаҡлы ялда, әммә уны яҡшы яҡтан, ҙур йылылыҡ менән телгә алыуҙарын дауам итәләр.
Педагогтарҙың эше мәктәптә еңел түгел. Балалар менән һөҙөмтәле аралашыу өсөн сабырлыҡҡа, түҙемлеккә, әҙәплелеккә нигеҙләнгән үҙенсәлекле холоҡ, аҡыл кәрәк. Төрлө хәлдәр була, һәм һәр ваҡыт, даими рәүештә үҙ принциптарыңа тоғро ҡалырға, һәм, әлбиттә, үҙ фәнеңде яратырға кәрәк.
Бер ваҡыт Хөсәйенованың уҡыусыларының береһе институтта имтихан тапшыра, тапшырған ваҡытта ҡыҙҙан ғәжәпләнеп:
- Уҡытыусығыҙ кем булды? - тип һорайҙар.
- Уға беҙҙән дә рәхмәт белдерегеҙ, - ти имтиханды ҡабул итеүсе.
Уҡытыусының төп бурысы ниндәй? Уҡыусылары мәктәптән һәйбәт белем менән бергә ныҡлы тормош позицияһы ла алырға тейеш. Бының өсөн ул күңел йылыһын өләшә. Күп йыллыҡ педагогик эше өсөн Миңлегөл Зәйнулла ҡыҙы ата-әсәләрҙән, һуңынан уҡыусыларының үҙҙәренән дә меңләгән рәхмәт һүҙҙәре ишетә. Ошо белгеслекте һайлаусылар һәм юғары уҡыу йорттарының физика-математика факультетын тамамлаусылар ҙа аҙ түгел. Әйткәндәй, улар араһында бөгөнгө көндә район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов та бар. Миңлегөл Зәйнулла ҡыҙының тормош иптәше дүрт йыл элек ваҡытһыҙ вафат була. Ул тормош иптәшен һағынып иҫкә ала. Ә балаһы уның өсәү. Барыһы ла һәйбәт белем ала. Ҡыҙы Альбина ла әсәһе кеүек, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультеты дипломына эйә. 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй.
Ағымдағы йылдың март айында 70 йәшлек юбилейына бер нисә көн ҡалғас уға элекке класташы, ә бөгөнгө көндә яҡын әхирәте Фәриҙә Ибәтуллина килә. Уның шул уҡ педагогия юғары уҡыу йортоноң филология факультеты дипломы бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, әммә күптән инде Стәрлебашҡа атай йортона ҡайта. Ул да мәктәптә эшләгән. Әңгәмә талғын ғына уҙған йылдарға күсә. Класташтары, әхирәттәре, хеҙмәттәштәре тураһында һөйләшәләр. Яҡты хәтирәләрҙе иҫкә алалар.
Миңлегөл Зәйнулла ҡыҙының юбилейы уңайынан уны байтаҡ коллегалары, тәрбиәселәре ҡотлай һәм изге теләктәрен белдерә. Уларҙың береһе ябай ғына:
- Киләсәк тормошта барыһы ла һәйбәт булһын, - ти.
Беҙгә был теләккә ҡушып әйтер башҡа бер һүҙ ҙә юҡтыр, моғайын.