Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Сентябрь 2019, 13:29

Мәктәптә имтихандар булмаҫҡа тейеш!

“Мәктәптә балаға билдә ҡуйыу һәм имтихандар бирҙереү уҡыусыларҙың уҡыуға теләген кәметә, уларҙы тик баһа ғына көтөп торған “инвалид” кешегә әүерелдерә, шуға ла имтихандарҙы “үлтереү” кәрәк“, – тигән Һаҡлыҡ банкы етәксеһе Герман Греф Владивостокта үткән Көнсығыш иҡтисади форумында сығыш яһап.

Шул уҡ ваҡытта ул, “мәктәптә баһа ҡуйыу системаһы кәрәклеген аңлайым, әммә шәхси тәжрибәмдән сығып, был ғәмәлде күрә алмайым”, тип белдерә. Уның уйынса, балалар мәктәпте тамамлағанда “инвалид”ҡа әүерелә, сөнки баһалау системаһына күнегә, артабанғы тормошта нимәлер эшләргә, инициатива күрһәтергә әҙер булмай.


Былтыр шул уҡ Греф математика йүнәлешле мәктәптәрҙе бөтөрөргә тәҡдим иткәйне, уларҙың киләсәктә кәрәге ҡалмаясағын белдергәйне.

Читайте нас: