Мәғариф
3 Сентября 2019, 12:40

Башҡорт теленә иғтибар көслө

Быйыл яңы уҡыу йылынан республикабыҙҙың ете тиҫтәнән ашыу белем усағына “Юғарыға ос!” мәғариф проектының “Интерактив башҡорт теле” модуле индерелә башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шул иғтибарға лайыҡ, проект Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы Гранты бүлгән аҡсаға эшләнгән.

Веб-ресурсты үҫтереүгә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре күп көс түккән. Проект сиктәрендә башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү буйынса медиа-контент төҙөлгән. Ә контент үҙ сиратында онлайн-дәресте, аудио ярҙамында һүҙлекте һәм грамматика буйынса теоретик материалдарҙы үҙ эсенә ала. Башҡорт телендә һөйләшеү әлеге веб-ресурс нигеҙендә тьютор оҙатыуында ойошторола.



Читайте нас