Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Сентябрь 2019, 11:40

Башҡорт дәүләт медицина университетында яңы уҡыу корпусы асылды

Башҡортостан медицина институтының яңы бинаһы Өфөнөң Ленин урамында урынлашҡан. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған бинала төрлө факультет студенттары уҡыясаҡ.

Революцияға тиклем төҙөлгән был корпус яраҡлыҡтан сыға, шуның өсөн уҡытыу 2005 йылда туҡтатыла. Яңы проектҡа ярашлы, бина тулыһынса төҙөкләндерелә. Ремонт эштәренә Федераль һәм республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленә.


Йыһазландырылған кабинеттарҙа студенттар Башҡортостандың ниндәй ҙә булһа фельдшер-акушер пунктында дауаланған пациенттар тураһында мәғлүмәт ҡарай ала. Был буласаҡ белгестәр өсөн тәжрибә тупларға, кешеләргә яҡыныраҡ булырға ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ шәхси дәлилдәр ябылған.


Тантаналы өлөштән һуң медицина фәндәре докторы Имам-Ғәли Ҡадировҡа бюст асылды. Әйткәндәй, яңы уҡыу корпусы уның исемен йөрөтә. Шулай уҡ, билдәле совет табибы Николай Семашко иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Яңы белем йортонда тәүге лекцияны Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Салагай уҡыны.

"Башинформ".
Читайте нас: