Быйыл районда парта артына 2000дән ашыу уҡыусы ултыра, шуларҙың 192һе беренсе класс уҡыусылары.
Был көндө Аллағыуат төп мәктәбендә айырыуса байрамса мөхит хөкөм һөрҙө (һүрәттә). Унда ағымдағы уҡыу йылында 40 бала белем аласаҡ. Шуларҙың өсөһө - беренсе класҡа.
Ағымдағы уҡыу йылы һеҙгә, уҡыусылар, күңелле һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән генә хәтерегеҙҙә ҡалһын, мауыҡтырғыс һәм фәһемле яңы белем илен асһын, яңынан-яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар алып килһен! Изге юл һеҙгә!
Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.