Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Август 2019, 13:00

Дүшәмбе мәктәпкә!!!

Хәрефтәр һәм өндәр Хәбир хәрефтәр өйрәнә, Өндәр өйрәнә Өлфәт. Ағаһынан һорай Хәбир:— Әйҙә, миңә лә өйрәт!...

Хәбир хәрефтәр өйрәнә,

Өндәр өйрәнә Өлфәт.

Ағаһынан һорай Хәбир:

— Әйҙә, миңә лә өйрәт!


Хәрефтәрҙе мин таныйым,

Теҙеп ҡуйҙым дәфтәргә.

Тик белмәйем, ниндәй өндәр

Һыйынған хәрефтәргә?


Өлфәт ағаһы өлкән шул,

Төшмәй бигүк өлтөрәп.

Өлгө итеп төрлө өндө,

Өлгөрә ул көлдөрөп:


— Өндәр илендә, туғаным,

Бар уларҙың төрлөһө.

Оҙон көйҙәй оҙоно бар,

Ҡыҫҡаһы бар, серлеһе.


Оҙаҡ итеп һуҙып булһа —

Һуҙынҡы булыр ул өн.

А, о, у, ы,

Ә, ө, ү, и —

Һуҙ ҙа һуҙ, еткәнсе төн!


Бәрәс тояғылай ҡаты,

Бар ҡапыл бәрелгәне.

Т, к, ҡ, ш, ф, с,

Д, г, ғ, ж, в, з —

Уҡтай ебәрелгәне.


Тартынҡы өн ишетелә,

Сүкеш-балта сыңлаһа.

Ҡаҙау ҡаҡһаң йә туп типһәң —

Тартынҡы өн шул даһа!


Тағы ла бар быҙауҙарҙың

Әсәһен саҡырғаны:

— Эм-м-м!

— ֫Эн-н-н!

Шулай уҡ:

— Л-л-л-р-р! — тип,

Көсөктәр шаярғаны.


Һуҙынҡымы, тартынҡымы?

Танауыңды ҡыҫ, тыңҡыш!

Яңғырауыҡ тартынҡыны

Танып алырға тырыш!


Өлфәт, шаяртып, Хәбирҙең

Танауын алды ҡыҫып.

Әсәһе көлә, улдары

Шаулашҡанына ҡыҙып.


— Ер шарында күпме халыҡ,

Шунса, — ти ул, — милли өн.

Өндәр улар бик күп түгел,

Ә хәрефтәр — миллион!


Миллионмы, түгелмелер —

Уны һанаған кемдәр?

Изге хәбәр килтерһен гел

Хәрефтәр менән өндәр.


Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
Читайте нас: