Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Август 2019, 10:36

Республикала туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте

Кәңәшмә был юлы Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ойошторолдо. Ошо уңайҙан мәғариф учреждениеһында «Кендек» тип исемләнгән башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү электрон ресурс үҙәге асылды. Заманса йыһазландырылған кабинет башҡорт телен уҡытыуҙағы үҙенсәлектәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған.

Махсус мобиль ҡушымта ярҙамында тел белгестәренең ғилми эштәре, халыҡ яҙыусы-шағирҙарының ижады, уҡыу-уҡытыуҙағы әсбаптары менән танышырға мөмкин.


Артабан август кәңәшмәһе мәктәптең тамашалар залында дауам итте. Йыл дауамында башҡарылған эштәр барланып, киләсәккә саралар билдәләнде. Милли мәғариф өлкәһендәге мәсьәләләр, ҡуйылған талаптарҙың үтәлеше тикшерелде.


Йыл һайын республикала уҙғарылған «Һаумы, һаумы, әкиәт» бәйгеһенең үҫеп килеүсе быуын араһында әсә телен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә ныҡлы нигеҙ булыуы телгә алынды.
Читайте нас: