Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2019, 14:38

Тупаҡта – яңы белем усағы

“Әлегә – төҙөүсе, аҙаҡ – уҡытыусы”, – ти улар. Тиҙҙән Әбйәлил районының Тупаҡ ауылында өр-яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Әле һуңғы эштәр бара. Төҙөлөштө нисек тә тиҙләтеү, буяу еҫтәре лә кибеп өлгөрмәгән белем усағын йәһәтерәк сафҡа индереү, яңы уҡыу йылына әҙерләнеп, балаларҙы ҡаршы алыу маҡсатында Тупаҡ мәктәбе коллективы ла төҙөүселәргә ярҙам итә.

“Беҙҙе эш кейемдәрендә күреп һис тә аптырамағыҙ, әлегә беҙ – төҙөүсе, бер нисә көндән уҡытыусы”, – тип йылмайып ҡаршыланы бер төркөм педагогтар.


Ысынлап та, тирә-яҡта эш гөрләй: кемдер стеналарҙы тигеҙләй, икенселәр электр сымдарын һуҙа, бәғзеләр мәктәп яны биләмәһен төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Барыһының да кәйефе күтәренке: шулай булмайса, ниһайәт, ауыл халҡының нисәмә йыл көткән хыялы тормошҡа ашты.


“Башҡортостан Республика­һының 100 йыллығына – 100 объект” проектына ярашлы, төҙөлөш эштәре үткән йылда уҡ башланды. 120 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 60 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 140 миллион һум аҡса бүленгән.


Тупаҡ мәктәбе директоры Гөлсөм Дәминдәрова әйтеүенсә, яңы уҡыу йылын уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә түҙемһеҙләнеп көтә. “Тәүге тапҡыр бөтәһе 15 бала партаға ултырасаҡ, ошоға тиклем тулы булмаған мәктәп булһаҡ, яңы йылдан урта белем усағына әйләнергә теләк ҙур, шуға күрә унынсы класҡа ла уҡыусылар ҡабул итәбеҙ. Уҡытыусылар бар талаптарға яуап биргән өр-яңы белем усағында уҡытасаҡтарына бигерәк шат”, – ти Гөлсөм Хәлидәр ҡыҙы.


Объектты сафҡа индереүгә Өфө ҡалаһынан “Прогресс” компаниялар төркөмө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре йәлеп ителгән. Прораб Азамат Исламов бел­дереүенсә, бар эш тә тамамланыу өҫтөндә. “Ауыл халҡы менән бергә беҙ ҙә ихлас ҡыуанабыҙ, сөнки социаль объекттарҙы төҙөү – төҙөү­селәр өсөн икеләтә яуаплылыҡ. Ул халыҡ өсөн хеҙмәт итәсәк, шуға күрә һәр деталде тәрәндән уйлап, еренә еткереп башҡарабыҙ”, – ти ул.


Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа яңы мәктәптәр һалыу йыш күҙәтелмәй, шуға күрә Тупаҡ ауылындағы өр-яңы белем усағы төҙөлөшөн бар район халҡы ҡыҙыҡһынып, ситтән булһа ла кү­ҙәтеп тора. Быйыл районда 1 сен­тябрҙә бөтәһе 6 мең 981 уҡыусы Белем байрамына бара, шуның 751-е тәүге тапҡыр партаға ултыра. Алты йәш уҡытыусы 600 мең һум­лыҡ грантҡа дәғүә итә.

Читайте нас: