Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Август 2019, 17:04

Уҡыусыларҙың мәктәп сумкаһы нисә килограмм булырға тейеш?

Был һорауға Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы белгестәре яуап бирә. Мәктәп рюкзагы 2 килограмм 200 грамдан артмаҫҡа тейеш. Бында китаптарҙың ауырлығы ла иҫәпкә алына.

1-4 класс уҡыусыларының буш сумкаһы 700 грамм самаһы була. Эксперттар мәктәп уҡыусылары өсөн киң ҡайышлы рюкзактар һайларға тәҡдим итә.
Читайте нас: