Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2019, 12:57

Тырыш уҡыусы

Иҫке Ҡалҡаш мәктәбендә 3 класс уҡыусыһы Ҡәҙриә Сөйәрғоловаға (һүрәттә) ҡарата бик күп һәйбәт һәм йылы һүҙҙәр ишеттек. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уның бихисап Маҡтау грамоталары һәм Дипломдары бар. Уларға ҡыҙ һәйбәт уҡыуы һәм төрлө сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуы менән лайыҡ булған.

Уҡыуҙан буш ваҡытында Ҡәҙриә китап уҡырға һәм һүрәт төшөрөргә ярата. Шуға күрә уның һүрәттәрен төрлө конкурстарҙа күрергә мөмкин. Бында ул призлы урындар яулай. Уҙған йыл «Хәүефһеҙ баласаҡ» республика һүрәттәр конкурсында Ҡәҙриә беренсе урын яулай. «Ҡыйыуҙар ғына утты буйһондора ала» конкурсында ҡатнашҡаны өсөн ул икенсе урын яулаған. «Һуғыш бала күҙҙәре менән» конкурсында ҡатнашҡан өсөн шулай уҡ Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» башҡорт телендә төбәк-ара донъя халыҡтары әкиәттәрен йәш башҡарыусылар конкурсында ул почетлы икенсе урын яулай. Ҡәҙриә шулай уҡ дәүләт символикаһын белеүгә һәм тыуған ер тәбиғәтен һаҡлауға республика конкурсында ҡатнашыусы.

Ҡыҙҙың ата-әсәһе - Ильмира Ғәлийән ҡыҙы менән Ғәзинур Минияр улы ҡыҙҙарының тырышлығын күреп, һәр йәһәттән хуплай.

М.ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: