Беҙҙең районда биш көнлөк уҡыу дүртенсе йыл практикалана. Ағымдағы йылдың 1 апреленән уға тағы ла өс мәктәп - 2-се урта мәктәптең башланғыс кластар уҡыусылары һәм Стәрлебаш ауылының башланғыс, Первомайский урта мәктәптәре күсте. Бөгөнгө көндә райондың дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары иҫәбенән 60 проценттан ашыуы биш көнлөк уҡыу аҙнаһында белем ала. Һис шикһеҙ, уға күскәндә ата-әсәләрҙең (законлы вәкилдәрҙең) фекере иҫәпкә алынды. Анкета һөҙөмтәләре буйынса ата-әсәләрҙең 68% биш көнлөк уҡыу менән килеште, 10,3% - ҡаршы булды, 21,7% - яуап бирергә икеләнде.
Һәр яңылыҡтың да, кәм тигәндә, ике яғы бар. Бында ыңғай яҡтар күберәк. Белем биреү процесының бөтә ҡатнашыусылары - балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә ыңғай сағылыш тапҡан дөрөҫ башланғыс. Балалар ваҡытының күп өлөшөн ғаиләһе менән үткәрә ала. Уларға бер генә ял көнө етмәй ҙә ҡала. Мәктәптә көсөргәнеш ҙур, өйгә эште лә эшләргә кәрәк, барыһы ла тиерлек түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа өҫтәмә шөғөлләнә.
Айына бер тапҡыр мәктәптәрҙә алтынсы - үҫтереүсе көн планлаштырыла. Был көндө күмәк кеше ҡатнашлығында мәҙәни, хәрби-ватансылыҡ, спорт саралары, фестивалдәр, күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәреләсәк. Көнөнә дәрестәр күберәк булыуы бер аҙ уңайһыҙыраҡ, әммә санитар нормалары үтәләсәк.
Беренсе класс уҡыусыларында аҙнаһына бер тапҡыр ғына биш дәрес була. Башҡа ваҡытта дәрестәр һаны дүрттән артмаҫҡа тейеш. 2-4 класс уҡыусылары көнөнә биш дәрестән артығыраҡ уҡырға тейеш түгел. Һәр мәктәп белем биреү процесында ҡатнашыусылар фекерен иҫәпкә алып, нисек уҡыуҙы һайлай.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеүҙә закон сикләүҙәре юҡ. Уҡыу йылы башында, биш көнлөк уҡыу аҙнаһында эшләгән мәктәптәргә алты көнгә күсергә тәҡдим иткәс, барыһы ла баш тартты. Мәғариф бүлеге бөтә нимәне лә иҫәпкә алып, ата-әсәләрҙең биш көнлөк өсөн булыуын хуплай. Сәләмәтлеге яғынан хәүеф төркөмөнә ингән балалар һаны йылдан-йыл арта, шуға күрә мәктәптәрҙең был ҡарары уҡыусыларға файҙаға булыр тип ышанабыҙ.
мәғариф бүлегенең методик кабинеты мөдире.