Төбәк етәксеһе үҙ сығышында мәктәп мәғарифына бәйле тағы ла бер нисә һорау буйынса фекер алышырға һәм аныҡ тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Беренсе маҡсат - республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡытыуға күсереү. Форумда ҡатнашыусы мәктәп директорҙары, район-ҡалаларҙың мәғариф бүлеге етәкселәре был һүҙҙәрҙе алҡышлап ҡаршы алды. Шул ул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров уҡытыусылар өсөн борсолаһы урын юҡ, был яңылыҡ педагогтар составын ҡыҫҡартыуҙы, хеҙмәт хаҡын кәметеүҙе һис кенә лә күҙалламай, тине. Шәмбе көндәрендә иһә уҡыусылар өсөн күләмле спорт һәм мәҙәни саралар ойоштороу мөһимлеген билдәләне.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы «Ҡанатлан» тип исемләнгән республика программаһы менән таныштырҙы.
- Беҙҙең балалар мәктәпте тамамлағанда оло тормошҡа бер ни тиклем әҙерлек менән сығырға тейеш. Шуға ла сығарылыш синыф уҡыусыларына айырым компетенциялар буйынса һөнәр үҙләштерегә мөмкинлек бирергә кәрәк, һеҙҙән фекерҙәр көтәм, тине Радий Хәбиров. - «Ҡанатлан» проектының асылы шунан ғибәрәт.
Һәләтле балалар, уларҙы ҡеүәтләү, юғары уҡыу йорттарын тамамлағас, республикала ҡалыу йә ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙырыу, ауыл мәктәптәренә белгестәр йәлеп итеү, бөгөн үҫмерҙәр араһында киң таралыу алған буллинг күренеше менән асыҡтан-асыҡ көрәшеү һәм патриотик тәрбиәне алғы планға ҡуйып, мәктәптәрҙә ирекмәндәр хәрәкәтен киңерәк йәйелдереү һорауҙарын күтәрҙе.
Сараға республика мәктәптәренән 800-гә яҡын делегат саҡырылды. Беренсе мәктәп мәғарифы форумы сиктәрендә фекер алышыуҙар бер нисә секцияла үтте.