Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Ғинуар 2019, 13:44

Уҡыуға ла, эшкә лә шәп ҡыҙ

Аллағыуат төп мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Дилара Туҡтамышова (һүрәттә) йыш ҡына район фән олимпиадаларында мәктәп данын яҡлай.

Ошо уҡыу йылдарында бер нисә тапҡыр йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле һәм әҙәбиәте, экология буйынса призлы урындар яулай. Дилараның портфолиоһында уларҙа ҡатнашыу тураһында дипломдарҙан тыш, һәйбәт уҡыған өсөн бихисап Маҡтау грамоталары ла бар. Уҡытыусылары билдәләүенсә, ҡыҙ бик күп уҡый, уның белем даирәһе киң, ныҡышмалы һәм тырыш. Буш ваҡытта Дилара сәйлән үреү менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрә һәм бәйләй. Уның сағыу һәм матур эштәрен төрлө күргәҙмәләрҙә күрергә мөмкин.

Дилара күп балалы ғаиләнән. Уның уҡыуға яуаплы ҡарауы кескәй туғаны Данил өсөн үрнәк булып тора. Ә өлкән ағаһы Айҙар Тула өлкәһендә эшләй.

Дилараның уңыштары менән уҡытыусылары ла, ата-әсәһе - Зөлфирә Айрат ҡыҙы менән Ғәлимйән Тимерҡаҙыҡ улы ла ғорурлана.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

М.ӘҺЛИУЛЛИНА фотоһы.
Читайте нас: