Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Декабрь 2018, 12:13

Әсәләр - донъя ҡотон һаҡлаусылар

Донъяла иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - әсәй менән аралашҡанда йәки уның менән бергә булғанда иң һыуыҡ көн дә йылына, күңелгә - йән өргәндәй була. Уның йөҙөнән бер ҡасан да йылмайыу китмәһен, ә үҙе мәңге йәшәһен ине.

Район үҙәгенең 2 һанлы балалар баҡсаһында яратҡан әсәйҙәргә бағышланған байрам сараһы үтте. Уны беҙҙең төркөм тәрбиәләнеүселәре ошо юлдар авторы менән бергә әҙерләне. Ошо уңайҙан музыка залы матур итеп биҙәлде, ә кескәйҙәр үҙҙәренең иң матур күлдәктәрен һәм костюмдарын кейҙе. Улар сараға килгән әсәйҙәренә һәм өләсәйҙәренә шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр бағышланы. Шулай уҡ бүләктәр әҙерләне, улар менән төрлө уйындар уйнаны һәм... хатта бәлештәр бешерҙе.

Әсәйҙәр балаларын тауыштарынан таныу, уларҙы күмәк балалар араһынан табыу, әкиәттәр һәм әкиәт геройҙары тураһында йомаҡтар сисеү, бергәләп һауа шарҙарында һүрәт төшөрөү кеүек берҙәм уйындар барыһына ла бик оҡшаны һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә сабыйҙар яратҡан әсәйҙәренә улар иртән-иртүк тороп, бутҡа бешереп, уларҙы балалар баҡсаһына әҙерләгәндәре, матур итеп кейендергәндәре, улар менән уйнағандары, әкиәттәр һөйләгәндәре, бер һүҙ менән әйткәндә, уларға бар ғүмерен бағышлағандары өсөн рәхмәт әйтеп туйманы.

Байрам кескәйҙәрҙең һәм уларҙың тәрбиәселәренең әсәйҙәргә бүләктәр тапшырыу, тәмлекәстәр менән сәй эсеү һәм... яҡшы кәйеф менән тамамланды.

Розалия СӘЙӘХОВА,

Стәрлебаш ауылының 2 һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Фото автор тарафынан бирелде.
Читайте нас: