Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Октябрь 2018, 17:02

Йәш патриоттар тәрбиәләйбеҙ

Һәр ваҡытта ла патриотик тәрбиәгә айырыуса иғтибар бүленә. Бөгөн был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк. Һәм бында В.В.Путиндың һүҙҙәрен әйтеп ишеттерге килә: «Бөгөн беҙ барыһына ла яҡшы билдәле һәм киң таралған проблема тураһында һөйләшәсәкбеҙ: был йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү. Ул йәмғиәтебеҙ тормошоноң тәбиғи өлөшө булырға тейеш».

Ватан - ул мәктәпкәсә йәштәге балаларға бирергә кәрәкле төшөнсә. Тыуған ил менән шәхси бәйләнеш булмайынса, уны ата-бабаларыбыҙ нисек яратҡанын һәм ҡәҙерләгәнен аңламайынса патриот булып булмай.

Беҙҙең Мәҡсүт ауылындағы 3 һанлы балалар баҡсаһында патриотик тәрбиәләү иң мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. Ул барлыҡ эшмәкәрлек төрҙәре ингән комплекслы характерға эйә. Көндәлек тормошта - ғәҙәттәге эш мәлдәрендә, уйындарҙа, тирә-яҡты танып белеүҙә туранан-тура белем биреү эшмәкәрлегендә, хеҙмәт, музыкаль һәм художество-эстетик яҡтан бойомға ашырыла.

Кеше патриот булып тыумай, ул ғүмеренең тәүге көнөнән үк тәүҙә әсәһенә, атаһына, туғандары һәм яҡындарына ҡарата һөйөү аша үҙенә һеңдерә бара. Балаларыбыҙ уҫал һәм мәрхәмәтле, әҙәпле һәм әҙәпһеҙ булып тыумай. Уларҙың тормошта нидәй булыуҙары, илдең ниндәй гражданины булып үҫеүе беҙгә, өлкәндәргә бәйле. Балаға мәктәпкә уҡырға барғанға тиклем ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ хисе тойорға өйрәтеү мөһим.

Был мәсьәләне хәл итеүҙә, әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ата-әсәләрҙең бергә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе мөһим роль уйнай. Ҡайһы саҡ: «Балалар баҡсаһында барыһына ла өйрәтәләр» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был дөрөҫ фекер түгел. Сөнки әхлаҡи тәрбиә тамырҙары ғаиләлә башлана. Тәү сиратта, ата-әсәләр балалары өсөн абруй булып тора. Барыбыҙ ҙа тәрбиәләнеүселәрҙән: «Ә минең әсәйем шулай тип әйтте!» йәки «Ә минең атайым былай эшләй!» тигән һүҙҙәр ишетәбеҙ. Ғаиләлә һөйөү, ҡайғы уртаҡлаша белеү, шатлыҡ хис-тойғолары тәрбиәләнә. Яҡшы тойғолар баланы яҡшы ғәмәлдәргә әйҙәй, унда әүҙемлек, ярҙамсыллыҡ тойғоһо уята. Балалар бигерәк тә төрлә хистәргә бирелеүсән һәм тирә-яҡтағыларҙың ҡылыҡтарын тиҙ отоп ала. Беҙ уларҙың Тыуған илдең алыштырғыһыҙ мөһим өлөшө булыуын уларға еткерергә бурыслы.

Ағымдағы йылда беҙҙең төркөмдә патриотик тәрбиә биреү буйынса «Йәш патриот» проекты бойомға ашырылды, унда баланың тыуған яғы: тарихи-мәҙәни, милли, география һәм тәбиғи үҙенсәлектәре менән танышыуы сағылдырыла. Балалар шулай уҡ Стәрлебаш районы символикаһы һәм гербы менән танышты, балалар һүрәттәре күргәҙмәһе, конкурстар ойоштородо. Шулай уҡ йыл һайын «Республика көнө», «Масленица», «Әсәйҙәр көнө», «Ватанды һаҡлаусылар көнө», «Балаларҙы яҡлау көнө», «Еңеү көнө», «Көлкө көнө», «Йәш йәйәүле» кеүек байрамдар үткәрелә.

Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, барлыҡ сараларҙы ла күңелле үткәрергә тырышабыҙ. Хатта ата-әсәләр йыйылышы ла беҙҙә күңелле үтә, унда ағымдағы мәсьәләләр буйынса әңгәмәләшкәндән һуң, ата-әсәләр ысын артистарға әүерелә. Улар пантомима, әкиәт күрһәтә, унда балалар уларҙың исемдәрен әйтергә тейеш. Бынан балалар ғына түгел, хатта ата-әсәләр ҙә ыңғай тәьҫораттар ала.

Беҙ төркөм ата-әсәләренә төрлө сараларҙа ҡатнашҡандары, ярҙамдары һәм аңлағандары өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Төркөмдө, участкаларҙы йыйыштырыу буйынса улар тарафынан күп эш башҡарылды. Шулай уҡ төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар, үҙ ҡулдары менән төрлө уйындарға кәрәкле атрибуттар эшләй. Балалар һеҙҙе шул тиклем ярата, һеҙҙең менән, төркөм тормошонда ҡатнашҡанығыҙ өсөн ғорурлана, һәр нимәлә лә һеҙгә оҡшарға тырыша.

Берҙәм хеҙмәттәшлек иткәндә, кесе йәштән үк изгелек, шәфҡәтлек, миһырбанлыҡ, тырышлыҡ нигеҙе һалғанда ғына Тыуған илен ихлас һөйгән ысын патриот тәрбиәләүебеҙгә ышана алабыҙ.

Резида ХӘЙБУЛЛИНА, Мәҡсүт ауылындағы 3 һанлы балалар баҡсаһының беренсе категориялы тәрбиәсеһе.
Читайте нас в