Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Сентябрь 2018, 12:20

Сентябрь айының мөһим сараһы

Белем көнөндә район үҙәгенең коррекция мәктәбендә, башҡа белем биреү учреждениеларындағы кеүек үк, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ҡунаҡтар һәм ата-әсәләр йыйылды. Ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан байрамса кейенгән балалар дуҫтары менән ихлас аралашты.

Тантаналы сараны мәктәп директоры Алексей Афанасьев асты. Ул йыйылыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотлап, уҡыусыларға яңы ҡаҙаныштар, еңеүҙәр, ә уҡытыусыларға - бөтмәҫ көс һәм уңыштар теләне. Шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәре менән балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор Таңһылыу Йосопова ла сығыш яһаны. Район полиция бүлеге йыл һайын коррекция мәктәбенә бүләктәр тапшыра (был ойошма уларҙың шефлығы аҫтында). Был юлы ла Таңһылыу Тимерғәли ҡыҙы мәктәп уҡыусыларына презенттар тапшырҙы. Байрамда «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы башҡарма бүлексәһе етәксеһе Наилә Ғиззәтуллина ла ҡатнашты һәм сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Коррекция мәктәп-интернаты коллективы район тарафынан үткәрелгән мәҙәни һәм спорт сараларында әүҙем ҡатнашып, бик күп призлы урындар яулай, тип билдәләне ул. Уҙған йылда 20 хеҙмәткәр - уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр партия сафына ингән. Яңы башланғыс бүлексә булдырылған. Наилә Ҡадир ҡыҙы коллективҡа ижади уңыштар теләп, юғарыла атап үтелгән беренсел бүлексә секретары Гөлнара Латиповаға «Берҙәм Рәсәй» атрибутикаһын, ә барлыҡ партия ағзаларына - партия билеттары һәм урындағы бүлексә исеменән ҙур булмаған бүләктәр тапшырҙы.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Фото коррекция мәктәп-интернаты тарафынан бирелде.
Читайте нас: