Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Сентябрь 2018, 12:05

Бар донъяны тик сәскәгә күмеп, шат йылмайып килә Белем көнө

Сентябрь айының тәүге көнөндә үк һауа торошоноң йылы, ҡояшлы тороуы күптәрҙе шатландырҙы. Сөнки 1 сентябрҙә илебеҙҙең күпселек мәктәптәрендә яңы уҡыу йылына бағышланған тантаналы линейкалар үтте. Миллиондарса ҡыҙ һәм малайҙар математика, рус теле, география кеүек төрлө фәндәр буйынса белемдәрен арттырыр өсөн парта артына ултырҙы... Алда уларҙы дәрестәр, контроль һәм өйгә эштәр һәм бихисап кластан тыш ҡыҙыҡлы саралар көтә. Каникул тамамланды, яңы уҡыу йылы башланды.

Беҙҙең райондың 18 белем биреү учреждениеһы 2055 мәктәп уҡыусыһы өсөн ишектәрен ҡунаҡсыл асты. Класташтар һәм уҡытыусылар менән шатлыҡлы осрашыуҙарға бай был көн барлыҡ уҡыусыларға ҡәҙерле. Әммә мәктәпкә беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан 210 ҡыҙ һәм малай уны айырыуса түҙемһеҙлек менән көттө.

Ғәҙәттәгесә, 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе филиалының Ямғырсы төп мәктәбендә линейка ҡыҙыҡлы һәм тулҡынландырғыс үтте. Матур кейенгән уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм уҡытыусылар, шат йылмайыуҙар, мәктәп тураһында йырҙар һәм сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр. Быларҙың барыһы ла мәктәптәрҙә йылына бер тапҡыр ғына була торған ҡабатланмаҫ мөхит булдырҙы. Иғтибар үҙәгендә тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап үткән, «Белем иленә» сәйәхәт ҡылырға әҙерләнгән һигеҙ уҡыусы булды, әлбиттә. Ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан ошо кескәйҙәрҙең ниндәй тулҡынланыу менән һәйбәт уҡырға, дуҫ һәм һәр йәһәттән үрнәк булырға вәғәҙә биреүҙәрен күрһәгеҙ икән! Ошо күркәм байрам менән барлыҡ йыйылыусыларҙы филиал буйынса директор урынбаҫары Зөлфирә Латипова ҡотланы. Ул мәктәпкә даими ярҙамдары өсөн «Урал» агрофирмаһы» йәмғиәте етәксеһе Р.Б. Кәримовҡа, «Урожай» йәмғиәте етәксеһе И.Р. Ғәскәровҡа, эшҡыуар Г.Н. Ширғазинға, ауыл биләмәһе башлығы Ф.Ф. Кәримовҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Яңы асыштарға, ҡаҙаныштарға һәм еңеүҙәргә старт биреп, бына тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Хәйерле юл, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Яңы уҡыу йылында төплө белем һәм яҡшы өлгәшеүегеҙҙе теләйбеҙ!

Үҙ хәбәрсебеҙ. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: