Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Август 2018, 17:59

Алда - яңы уҡыу йылы

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы йылы ҡотлап, уҡыу йылы башланғансы һанаулы ғына көндәр ҡалды һәм уның алдынан белем биреү системаһы эше һөҙөмтәләрен, көнүҙәк проблемаларҙы тикшерергә, анализлап, уларҙы хәл итеү юлдарын табырға, киләсәктә үҫеш перспективаларын билдәләргә кәрәк, тине район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров.

Бурыстар тураһында

- Бөгөн мәғариф өлкәһендә муниципаль сәйәсәттең төп маҡсаты - белем биреүҙең ҡулайлығын, сифатын һәм һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүсе тотороҡло механизм булдырыу, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы. - Белем биреү системаһы район бюджетында иң ҙур ғына финанс күләмле өлкә. Уны финанслау өлөшө 60,7 процент тәшкил итә. Һәм бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле ҡулланыу маҡсатында финанслау нигеҙенә программа-маҡсатлы ысул һалынған. Йәғни, белем биреү өлкәһендә тейешле программаларҙа ҡаралған проекттарҙы тормошҡа ашырыуға аҡса бүленгән.

Белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн 2017 йылда бюджеттан 254 млн. һумдан ашыу, шул иҫәптән муниципаль бюджеттан 75 млн. һум аҡса бүленгән. Урындағы башланғыстарға ярҙам проекты һәм «Ысын эштәр» республика программаһы ҙур ярҙам күрһәтә. Уҙған йылда 6,5 млн. һумға яҡын аҡса бүленде. Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса өс мәктәптә йылы бәҙрәф ҡуйылды, дүртеһендә - тәҙрә блоктары алмаштырылды һәм ике балалар баҡсаһында - ҡыйыҡтар капиталь ремонтланды. Шулай уҡ мәктәп автобустары туҡталышы өсөн павильондар ҡуйылды, мебель һатып алынды һәм территориялар төҙөкләндерелде. 2018 йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһын тормошҡа ашырыу даирәһендә Йәлембәт һәм Ҡабыҡҡыуыш ауылдары мәктәптәре биналарында ағымдағы ремонтҡа, Тәтер-Арыҫлан балалар баҡсаһы бинаһын капиталь ремонтлауға, Түбәнге Аллағыуат төп мәктәбендә физкультура-һауыҡтырыу майҙансығын һатып алыуға аҡса бүленде. «Оргнефтехим-Холдинг» йәмғиәтенең директорҙар советы Рәйесе Дамир Шәвәлиевтың бағыусылыҡ ярҙамы менән һуңғы ике йылда 1 һанлы балалар баҡсаһында йылытыу системаһы алмаштырылды, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә йылытыу системаһын һәм тәҙрә блоктарын алмаштырыу буйынса эш башҡарылды. Барлығы өс йылда ул 7,8 млн. һум суммаға матди ярҙам күрһәткән.

Фәнүр Зөфәр улы уға, шулай уҡ уҡыу-тәрбиә процесын ойоштороу өсөн һәйбәт шарттар булдырыуға булышлыҡ иткән ауыл биләмәләре башлыҡтарына, бағыусыларға һәм халыҡҡа ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.

- Әммә, балаларҙы тәрбиәләүҙә педагогтар төп роль уйнай, - тине ул. - Уҡытыусы өсөн иң мөһиме - балаларҙа уҡырға теләк уятыу. Был тезис көнүҙәк, шул иҫәптән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн дә, сөнки тап улар киләһе уҡыу процесы нигеҙе булып тора. Рәсәй Федерацияһы Президенты бойороғо буйынса беҙҙең алда яңы бурыс тора - 2021 йылға тиклем ике айҙан өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреүҙе 100% ҡулай итеүгә ирешеү. Ошоға бәйле, ғаилә, балалар баҡсаһы, шәхси балалар баҡсаһы, балаларҙың ҡыҫҡа ваҡыт булыу төркөмдәре, гувернер хеҙмәте кеүек мәктәпкәсә белем биреүҙең альтернатив формаларын индереү зарурлығы тыуа.

Районыбыҙ киләсәге - балалар ҡулында. Юғарыла билдәләүебеҙсә, белем биреү системаһына йыл һайын район бюджетынан аҡса бүленә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ошо аҡсаның һөҙөмтәлелеген күрмәйбеҙ. Мәктәп уҡыусыларының олимпиадаларҙа ҡатнашыу күрһәткестәре тейешле кимәлдә түгел. Йыл һайын муниципаль һөм төбәк кимәлендә олимпиадаларҙы ойоштороуға һәм үткәреүгә ҙур тырышлыҡ һалынһа ла, беҙҙең район Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаларында ҡатнашыусылар араһында билдәләнмәне. Әммә мәктәп уҡыусыларының Кесе фәндәр академияһы сиктәрендә тикшеренеү эштәре конкурсында балаларҙың ҡатнашыуы буйынса һәйбәт һөҙөмтәләр бар.

Бөгөн белем биреү системаһы алдында торған бурыстарҙың береһе - бөтә төр һәм кимәлдә белем биреүҙең юғары сифатын һәм ҡулайлығын тәьмин итеүсе заманса һәм хәүефһеҙ цифрлы белем биреү мөхитен булдырыу, тине Фәнүр Зөфәр улы. Бының өсөн электрон китаптар ҡулланыуҙы индерергә, мәктәп уҡыусыларының вебинарҙарҙа ҡатнашыуын ҡулай итергә кәрәк, тине ул. Был үҙаллы уҡыу программаһын һәм курстарҙы һайлау, төрлө уҡытыу майҙансыҡтарында белем алыу мөмкинлеге бирәсәк. Ә һәр уҡытыусы педагогик эшмәкәрлегендә электрон ресурстарҙы әүҙем ҡулланырға тейеш. Был яңылыҡтар, һис шикһеҙ, уҡытыусыларҙың квалификацияһын әһәмиәтле арттырыуҙы талап итәсәк һәм беҙ быға әҙер булырға тейеш. Һәм Сингапурҙа яңы методикаларға өйрәнеүсе яҡташыбыҙ Ләйсән Ибәтуллинаны миҫал итеп килтерҙе.

Көнүҙәк бурыстар араһында шулай уҡ робототехника буйынса белгестәрҙе мәктәптә кескәй йәштән әҙерләй башлау һәм балаларҙы ғаиләлә педагогтар, социаль хеҙмәттәр һәм йәмәғәтселек менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп тәрбиәләү зарурлығын әйтте. Дөйөм тырышлыҡ менән генә беҙ балаларҙы насар ғәҙәттәр йоғонотоһонан һәм шикле шөғөлдәрҙән һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ.

Балаларҙың ялын ойоштороуҙа, уның әйтеүе буйынса, Балалар ижад йорто, Балалар сәнғәт мәктәбе һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе уңышлы ярҙам итә.

Сығышын тамамлап, бөгөн белем биреү системаһы - бик тиҙ үҫеүсе тармаҡтарҙың береһе, тип билдәләне ул. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, иң яҡшыларҙы район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары (өҫтәге һүрәттә), шулай уҡ Стәрлебаш ауылының 1-се урта мәктәбендә ремонт эштәрен үткәргәндә күрһәткән ярҙамы өсөн «Гарант-Сервис» йәмғиәте етәкселеген Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Донъяла иң яҡшы унау иҫәбенә инергә тейеш

Сара ҡунағы, БР Башлығы хакимиәтенең мөрәжәғәттәр һәм граждандарҙы ҡабул итеү эше идаралығы начальнигы урынбаҫары Алексей Попков, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, уларға илдең мәғариф өлкәһендә милли проект тураһында һөйләне. Был: яңы технологиялар индереү, һәләтле балалар өсөн шарттар һәм психологик ярҙам буйынса үҙәктәр булдырыу, кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһында урындар менән тәьмин итеү һәм 2025 йылға тиклем мәктәптәрҙә тотош бер сменала уҡыуға күсеү. Шулай уҡ ул мәктәп уҡыусыларының берҙәм дәүләт имтиханын нисек тапшырыуы, республикала уҡыу процесын яҡшыртыу, уҡытыусыларҙың белем алыу кимәлен арттырыу, йәш кадрҙарға ярҙам һ.б. өсөн нимәләр эшләнеүе тураһында һөйләне.

БР Башлығы ярҙамсыһы Салауат Харасов барыһын да Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлап, мәктәптәр балаларҙы уҡытып ҡына ҡалмай, үҫеп килеүсе быуынды патриотик тәрбиәләү үҙәктәре лә булып тора, тип билдәләне. Ә педагогтар - балаларға хеҙмәт итеү үрнәге. Ул уларға кинәнес алып эшләүҙәрен теләне.

БР мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин Рәсәйҙең белем биреү системаһы алдында ҙур бурыстар ҡуйылыуын - ул донъяла иң яҡшы унау иҫәбенә инергә тейешлеген билдәләне. Был бурысты тормошҡа ашырып була. Сөнки 1-4 кластарҙа халыҡ-ара академик белемде баһалау системаһы буйынса - Рәсәй мәктәбе донъяла иң яҡшы дүртәү иҫәбенә инә. Әммә төп мәктәп (5-9 кластар) - көсһөҙ звено. Ул - 34-се урында. 9 класты тамамлаусылар мәктәптән ҡайһы саҡ үҙ фекерен белдерә алмаған, командала эшләй белмәгән кешеләр булып сыға. Уларҙың аң-белем даирәһенә социаль селтәрҙәр ныҡ йоғонто яһай. Шуға ла балалар менән дәрестән тыш эшләргә, ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек итергә, тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙәргә, һөнәри йүнәлешле эшкә айырыуса иғтибар бирергә, Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙемерәк ҡатнашырға кәрәк, тип билдәләне Илдар Марат улы.

Йомғаҡтар һәм пландар

Үҙенең ентекле докладында район мәғариф бүлеге начальнигы Миңләхмәт Кәримов бик күп мәсьәләләрҙе яҡтыртты. Беҙ уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып үтергә теләйбеҙ. Мәктәпкәсә белем биреүгә килгәндә, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәрҙәрҙең 82 проценты балалар баҡсаһында урын менән тәьмин ителгән, тип билдәләне ул. Уларҙың барыһында ла туған телде өйрәнеү буйынса түңәрәктәр ойошторолған, логопедтар эшләй, ә Стәрлебаш ауылының 3 һанлы балалар баҡсаһында кескәйҙәр инглиз телен өйрәнә. Район үҙәгенең 1, 2 һәм 4 һанлы балалар баҡсалары базаһында ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн консультация үҙәктәре булдырылған. Террористарға ҡаршы һаҡлыҡты тәьмин итеү маҡсатында барлыҡ мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек паспорттары эшләнгән, мәктәп һәм балалар баҡсалары территорияларын ихаталауҙы яҡшыртыу һәм янғынға ҡаршы һыу менән тәьмин ителмәүе проблема булып ҡала.

Барлыҡ белем биреү учреждениеларында ремонт эштәре үткәрелгән. Уларҙа район мәғариф бүлегенә бағыусылар, шул иҫәптән аутсорсерҙар һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙам күрһәткән. Уларҙың барыһына ла Миңләхмәт Әхмәтгәрәй улы ҙур рәхмәт белдерҙе.

Үткән уҡыу йылы йомғаҡтарына туҡталып, уның һөҙөмтәләре уҙған йыл кимәлендә булыуын билдәләне. Өлгәшеү 99,6%, уҡыу сифаты - 56,2% тәшкил итә, 11 класты тамамлаған 21 уҡыусы «Уҡыуҙа айырыуса уңыштары өсөн» миҙалына лайыҡ булған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буласаҡ 10 класс уҡыусылары һаны ҡырҡа кәмегән, ә был педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең генә түгел, районда буласаҡ белгестәрҙең дә ҡыҫҡартылыуына килтереүе ихтимал.

Электрон журналдар һәм дневниктарға күсеү, фән олимпиадаларын, конкурстарҙы үткәреү, уларҙың һөҙөмтәләре, педагогтарҙың категорияға аттестациялары тураһында әйтеп үтте. Уларҙың һөнәри үҫеше өсөн нимәләр эшләнеүе, районға йәш белгестәрҙе йәлеп итеү зарурлығы тураһында һөйләне, сөнки педагогтар етешмәй, ә педагогия юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар районға һуңғы йылдарҙа ҡайтмай. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн бөгөн башҡа мәктәптәрҙән уҡытыусыларҙы саҡырыу тәжрибәһе ҡулланыла. Идара итеүсе кадрҙар ҙа етешмәүе һиҙелә. Сәбәбе - түбән хеҙмәт хаҡы һәм льготаларҙың булмауы. Был мәсьәләләр хәл итеүҙе талап итә, тип билдәләне М.Кәримов. Уңайлылыҡ һәм белем биреү мөхите хәүефһеҙлеген булдырыу өсөн яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә педагог-психологтар һәм логопедтар штаты индерелгән.

Педагогик берләшмә алдында ҡуйылған мөһим мәсьәләләр комплексында ул үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә ғаилә һәм мәктәп эшмәкәрлегенең берҙәмлеген, белем биреү процесы менән идара итеүҙә ҡатнашыуға ата-әсәләрҙең хоҡуғын тәьмин итеүҙе, ғаиләлә тәрбиә биреүҙең ыңғай тәжрибәһен пропагандалауҙы атаны.

Миңләхмәт Әхмәтгәрәй улы Балалар ижад йорто һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшенә ентекле туҡталды. Балаларҙың спортҡа, түңәрәктәргә йәлеп ителеүе, ижади конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашыуы һәм еңеүе тураһында һөйләне. Ә доклад аҙағында педагогик коллективтарға хәл итергә тура киләсәк бурыстарҙы һанап үтте. Уларға бөтмәҫ көс, илһам, һөнәри оҫталыҡ һәм уңыштар теләне. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн балаларға белем һәм тәрбиә биргәндәргә мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

***

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, заманса белем биреү процесы шарттарында уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләләре буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарының белем биреү ойошмалары менән бәйләнешлек итеүе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Сара тамамланыр алдынан Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондары буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы урынбаҫары Ирек Ибраһимов 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры Рафиҡ Әбүләевҡа мәктәптең янғын хәүефһеҙлеген пропагандалауҙы иң яҡшы ойоштороуға арналған конкурста еңеүе өсөн махсус кубок тапшырҙы.

Кәңәшмә байтаҡ йылдар балаларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә белемен һәм күңел йылыһын өләшкән ветерандарҙы хөрмәтләү менән тамамланды.
Читайте нас: