Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Август 2018, 13:51

Яңы уҡыу йылы башлана

Август айы - белем биреү хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙенсәлекле ай. Ул яңы уҡыу йылы башланыу, белем биреү системаһының әлеге хәл-торошон анализлау, проблемалар күтәрелеү, яңы уҡыу йылына бурыстар билдәләү булараҡ ҡабул ителә.

22 августа район Мәҙәниәт йортонда үткән август кәңәшмәһенә директорҙар етәкселегендә район мәктәптәре делегациялары, мәктәпкәсә балалар учреждениелары мөдирҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижад йорто, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы директорҙары һәм вәкилдәре, ата-әсәләр, фәндәр буйынса методик берләшмәләр етәкселәре йыйылды.

Уның эшендә район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, БР Башлығы хакимиәтенең граждандар мөрәжәғәте менән эшләү һәм уларҙы ҡабул итеү буйынса идара начальнигы урынбаҫары А.Г.Попков, БР Башлығы ярҙамсыһы С.Ф.Харасов, БР Мәғариф министрлығының беренсе урынбаҫары И.М.Мәүлетбирҙин, район мәғариф бүлеге начальнигы М.Ә.Кәримов ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Кәңәшмә башланыр алдынан йыйылыусылар һәм ҡунаҡтар башланғыс мәктәп, Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе, Стәрлебаш ауылының 3 һәм 4 һанлы балалар баҡсалары, Балалар ижад йорто колективтары күргәҙмәһе менән таныша алды. Унда уларҙың күрһәткестәре һәм ҡаҙаныштары, тикшеренеү һәм ҡул эштәре ҡуйылғайны.

Район үҙәгенең мәктәп уҡыусылары башҡарыуында яңы уҡыу йылы менән музыкаль ҡотлауҙар тыңланылар. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ «Планета» китаптар магазины селтәренән методик әҙәбиәт күргәҙмә-һатыуы ойошторолдо.

Сара ғүмерҙәренең бик күп йылын үҫеп килеүсе быуынға тәрбиә һәм белем биреүгә бағышлаған, район мәғарифын үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән ветерандарҙы тантаналы хөрмәтләү менән тамамланды (һүрәттә).

(Сара тураһында ентекле мәҡәлә гәзитебеҙҙең киләһе һанында баҫыласаҡ).

Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: