Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь 2018, 12:02

Һәйбәт кешеләрҙән үрнәк алам

Ағымдағы йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелгәндәр араһында 2011 йылда «РФ дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» булған яҡташыбыҙ Рим Раян улы Сөйәрғоловты күреү ҡыуаныслы булды. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3 һанлы Башҡорт лицей-интернатында география фәненән уҡыта. Беҙҙең заманда, балалар тәүлек әйләнәһенә тиерлек Интернетта ултырғанда, уларҙа теге йәки был фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу ауыр. Ә уның уҡыусылары һәр ваҡыт педагогтарын төрлө олимпиадаларҙа еңеүе менән һөйөндөрә. Ул быға нисек ирешә, бындай уңыштарҙың сере нимәлә - Р.Р.Сөйәрғолов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

Рим уҡытыусы һөнәрен осраҡлы һайлай. Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1976 йылда ул класташтары менән Өфө авиация институтына уҡырға инергә бара. Имтихандарҙы тапшыра, әммә конкурстан үтмәй. Шул саҡ, күп уйлап тормайынса, лаборант булып институтҡа эшкә урынлаша һәм саңғы секцияһына яҙыла. 1977 йылдың авгусында, ниһайәт, студент булып китә. Бер ваҡыт күнегеүҙәр мәлендә уға винтовканан атырға тәҡдим итәләр. Килеп сыға. Шулай итеп, уның тормошона биатлон инә. Пермь өлкәһенең Губаха ҡалаһында биатлон буйынса СССР беренселеге үткәндә, эстафетала Сөйәрғолов та ҡатнашҡан СССР студенттары командаһы («Буревестник» ДСО) өсөнсө урын яулай.

Әммә даими күнегеүҙәр, дәрестәрҙе ҡалдырыу арҡаһында уны өлгәшмәгәне өсөн институттан сығаралар. Шул ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия институтының биатлон буйынса тренеры уны ошо уҡыу йортоноң география факультетына саҡыра. Ул педагогия институты студенты була, әммә спорт тураһында онотмай. Авиация институтындағы аяныслы һабаҡтан һуң, Р.Сөйәрғолов ярыштар алдынан заданиелар алып, зачеттар һәм имтихандарҙы алдан тапшыра. 1979 йылда Раубичила (Белоруссия) йәйге биатлон буйынса СССР чемпионы була.

1986 йылда, уҡыуын тамамлағандан һуң, йәш егетте Дыуан районына эшкә ебәрәләр. 30 йылдан ашыу эшләү дәүерендә ул ҙур тәжрибә туплай.

- Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн, уҡытыусыға тәрән фекер йөрөтә белергә һәм киң эрудициялы булырға кәрәк. Мин йыш ҡына бала сағымды хәтерләйем. Беҙ Мөхәмәтдәмин ауылында үҫтек. Бөтә малайҙар кеүек үк, ата-әсәйебеҙгә көтөү көтөргә ярҙам итә торғайныҡ. Шул саҡта атайыбыҙ йыш ҡына беҙгә «Урал батыр», «Аҡбуҙат» кеүек халыҡ эпостарын һөйләй ине. Уның Сәмерғош тураһында һөйләүе айырыуса иҫтә ҡалған. Беҙ тын да алмайынса тыңлап ултырабыҙ, тирә-яҡта тып-тын, атайымдың тауышы һәм япраҡтарҙың ҡыштырлауы ғына ишетелә. Әкиәт ҡошонда осҡан егет уға алдан әҙерләгән итте ашатырға тейеш, ә ул бөтә. Шуға ҡайғырып ултырабыҙ. Нимә эшләргә? Ул үҙенең аяғынан ит киҫеп ала ла уны ҡошҡа ашата. Беҙ ҡоштоң был ит киҫәген кире сығарыуын һәм батырҙың аяғы йәнә бөтәшеүен беләбеҙ, әммә һәр ваҡыт тулҡынланабыҙ. Бындай әкиәттәр миңә ниндәйҙер рухи күҙаллау бирҙе. Мин үҙем дә күрше ҡыҙҙар һәм малайҙарға әкиәттәр һөйләргә ярата инем, шуға ла, уҡытыусы һөнәрен һайлағанмындыр бәлки.

- Хәҙисә өләсәйемә айырыуса рәхмәтлемен, - тип дауам итә Рим Раян улы. - Ул бер ҡайҙа ла уҡымай, ғүмер буйына ауылда йәшәй. Әммә уның менән бик ҡыҙыҡ ине! Әгәр әкиәт һөйләй башлаһа - тыңлап туйырлыҡ түгел, ә биргән кәңәштәре шул тиклем дөрөҫ һәм фәһемле. Ул аҡыллы, изге күңелле кеше булды. Шуны хәтерләйем, байрамға бик күп открыткалар алып, уларҙы тултырыр өсөн мине үҙенә ауылға саҡыра ине. Туғандарҙың береһен дә онотмай. Әммә уның тәртибе ҡәтғи: ҡотлауҙарҙы ир-егеттәрҙән башлай, артабан ҡатын-ҡыҙҙарға, һуңынан ғына балаларға сират етә ине. Ул Стәрлебаш ауылында үҫә. Уларҙың ғаиләһе әлеге К.Маркс урамында урынлашҡан яңы мәсет эргәһендә тиерлек йәшәй ине, ә элек унда, минең хәтерләүемсә, баҙар булды. 1920 йылда ул Хәлекәй ауылынан Зәйнулла Латиповҡа тормошҡа сыға. Улар Зиннур, Бибинур, Шәрәфәт, Асия (минең әсәйем), Мәрйәм һәм Мөхтәрәмә исемле балаларына ғүмер бирә. Өләсәйебеҙгә бик ауырға тура килә, сөнки ире хеҙмәт армияһы линияһы буйынса Мәскәүгә эләгеп, сирләп китә һәм 1940 йылда вафат була. Һуғыш йылдарында барыһына ла ауыр була. Ә өләсәйебеҙгә алты балаһын бер үҙенә аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Уның иртән иртүк бер биҙрә еләк йыйып, күрше Федоровка районына барып уны бер нисә килограмм онға алмаштырыуы тураһында һөйләүен хәтерләйем. Һуғыш йылдарында яҙ һыйырға ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән бесәне етмәй һәм уға өй башына ябылған һаламды ашатырға тура килә.

Минең ата-әсәйем хөрмәтле, егәрле, ҡунаҡсыл һәм киң күңелле кешеләр ине. Атайым Раян һәр эшкә маһир булды. Ауылдаштарының һәм Булаж ауылы халҡының сепаратор, үтек кеүек көнкүреш техникаһын ремонтланы. Байтаҡ йылдар «Стәрле» колхозында электрсы булып эшләне, социалистик ярыштарҙа бер нисә тапҡыр еңеп, Стәрлебаш районының башҡа алдынғы хеҙмәтсәндәре кеүек үк, Болгарияға бушлай путевка менән бүләкләнде. Әсәйем Асия колхозда йәшелсә һәм сөгөлдөр үҫтерҙе. Уларҙы ауылдаштары әле лә яҡшы һүҙ менән иҫкә алалар. Улар беҙҙе, өс балаһын, тәрбиәләп үҫтереп, Өфө ҡалаһының юғары уҡыу йорттарында белем алырға ярҙам итте. Уларға ҙур рәхмәт! - ти Рим сөйәрғолов.

Буласаҡ тормош иптәше Гөлнур менән Рим Башҡорт дәүләт педагогия институтында таныша.

- Мине уның менән ҡауыштырғаны өсөн яҙмышҡа рәхмәтлемен. Ул беҙҙең физкультура уҡытыусыһы Риф Закир улы Ждановтың һеңлеһе булып сыҡты. Мин 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә, ә ул 2-се мәктәптә уҡыған. Риф ағай ысын ир-егет, егәрле кеше һәм спортсы булды. Әлеге көнгә тиклем уның көсөнә, ныҡышмалылығына һәм төрлө хужалыҡ һәм мөһим проблемаларҙы хәл итә белеүенә һоҡланам. Беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, - ти ул.

2000 йылдан алып тормош иптәше Гөлнур Закир ҡыҙы менән улар Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3 һанлы Башҡорт лицей-интернатында эшләйҙәр. Инглиз теле уҡытыусыһы булараҡ, ул байтаҡ йылдар инглиз теле уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһе етәксеһе булып тора. Ул - «Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы» һәм «Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре».

Рим Раян улы әйтеүенсә, тормош иптәше - яҡшы хужабикә (юҡҡа ғына уның өләсәһе Фатима Дәүләт Думаһы депутаты Туҡаевтың ашнаҡсыһы булмаған). Уның яратҡан аш-һыуҙары: ләүәш, манты, билмән, туҡмас, ҡайнатма. Барлыҡ туғандары уларҙа ҡунаҡта рәхәтләнеп һыйлана, моңло йырҙар йырлай, дәртле бейей һәм ҡыҙыҡлы уйындар уйнай.

Уҡытыусы булараҡ йәштәргә ниндәй теләктәр әйтер инегеҙ тигән һорауға Рим Раян улы: «Һәйбәт кешеләрҙән үрнәк алырға кәрәк», - тине.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: